Туфан Миңнуллиндың исеме мәңгеләштерелде

Туфан Миңнуллиндың исеме мәңгеләштерелде
Билдәле драматург, публицист, прозаик Туфан Миңнуллиндың тыуған яғында әҙиптең исемен мәңгеләштереүгә арналған саралар үтте. Унда Салауат башҡорт дәүләт драма театры артистары ла саҡырылды. Яҡташтарыбыҙ Түбәнге Кама татар дәүләт драма театры сәхнәһендә «Әллә яҙмыш, әллә яңылыш» спектакле менән дә сығыш яһаны.
Иҫән сағында билдәле драматург Туфан Миңнуллин беҙҙең республиканың театр коллективтары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итте. «Әллә яҙмыш, әллә яңылыш» спектакле - әҙиптең һуңғы әҫәрҙәренең береһе буйынса ҡуйылған. Әҫәрҙә драматургтың бай теле, уның тәрән фекерләү ҡеүәһе асыҡ сағыла.
Драматургтың ижад юлы Мәскәүҙең Михаил Щепкин исемендәге театр училищеһын тамамлағас башлана. Тамашасы күңелен яуларлыҡ әҫәрҙәр ижад иткәнгә тиклем, Туфан Миңнуллин актер яҙмышын үҙ иңендә һынап ҡарай. Миңзәлә ҡалаһы, һуңынан Ғ. Камал исемендәге Татар дәүләт академия театрҙарында артист булып эшләй.1968 йылдан алып әҙәби ижад менән генә шөғөлләнә.Тәүҙә юмористик хикәйәләр һәм бәләкәй күләмле сәхнә әҫәрҙәре ижад итһә, һуңынан заманыбыҙҙың көнүҙәк мәсьәләләрен күтәргән драма әҫәрҙәре тыуҙыра.
Ошо көндәрҙә Туфан Миңнуллиндың тыуған ауылында күренекле шәхестең йорт-музейы асылды. Тантанаға драматургтың яҡындары, ауылдаштары йыйылды.
Туфан Миңнуллин ысын мәғәнәһендә театр сәнғәтендә яҡты эҙ ҡалдырған шәхес. Башҡортостан тамашасылары билдәле драматургтың «Диләфрүзгә дүрт кейәү», «Моңло бер йы», «Әлдермештән әлмәндәр» һәм башҡа пьесаларының геройҙарын күптән үҙ иткән. Әҙипкә оло хөрмәт менән Түбәнге Кама татар дәүләт драма театрына Туфан Миңнуллиндың исеме бирелде.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb