Туймазы районы халҡы театр ярҙамында һайлауҙарҙа ҡатнашырға саҡырыла

Туймазы районы халҡы театр ярҙамында һайлауҙарҙа ҡатнашырға саҡырыла

Туймазы районында халыҡты театр ярҙамында һайлауҙарҙа әүҙем ҡатнашырға саҡыралар. Райондың рәсми сайтында хәбәр ителеүенсә, Собханғол ауылының агитация-художество театры махсус программа әҙерләгән. Уның менән театр коллективы предприятие, учреждение, урта-һөнәри белем биреү йорттары хеҙмәткәрҙәре алдында сығыш яһай.

Театрҙа уйнаусы йәштәр үҙҙәренең өлгөһөндә тиҫтерҙәрендә һәм өлкән быуын кешеләрендә йәмғиәтебеҙҙә барған сәйәси процестарға ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятмаҡсы. Улар халыҡты һайлауҙарҙа әүҙем ҡатнашырға саҡыра.

Автор: Евгений Рәхимҡолов

«Башинформ»

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb