Туймазы татар дәүләт драма театры —Туймазы ҡалаһында эшләгән драма театры. Театр асыу тураһында 1990 йылдың 6 апрелендә Башҡорт АССР-ы министрҙар советының 78 һанлы ҡарары сыға. Ошо ҡарар нигеҙендә ҡала башҡарма комитеты Суворов урамындағы мәҙәниәт һарайын драма театры ҡарамағына бирергә тигән ҡарар сығара.
1991 йылдың майында «Родина» мәҙәниәт һарайы сәхнәһендә Мирхәйҙәр Фәйзиҙең «Аҡ халфаҡ» спектакле күрһәтелә. Беренсе театр миҙгеле 1991 йылдың 1 декабрендә башлана. Был көн театрҙы рәсми асыу көнө тип иҫәләнә.
1992 йылда театр ҡарамағына «Геофизаппаратура» заводының клубы бирелә.
1993 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институты махсус сығарылыш әҙерләй һәм коллективҡа һәләтле йәштәр ебәрә. Бөгөнгө көндә театр үҙ йөҙөн, үҙ тамашасыларын тапҡан билдәле театрға әйләнә бара.
Һәләтле етәксе Фирҙәт Ғәбиҙуллин Туймазы татар драма театрының үҙ йөҙөн булдырыу өсөн тырыша.
Рус, татар, башҡорт драма сәнғәтенең бай традицияларына һаҡсыл мөнәсәбәттә булыу һөҙөмтәһендә театрҙың һәләтле коллективы милли мәҙәниәт үҫеше йылъяҙмаһына сағыу биттәр яҙҙы. 25 йыл эсендә театр сәхнәһендә йөҙҙән ашыу классик һәм заманса спектакль ҡуйылды.
Бөгөн театр Татарстанға, Мәскәүгә, Пермь крайына, Ульяновск, Ырымбур, Силәбе, Һамар өлкәләренә, Ҡаҙағстанға гастролдәргә сыға, халыҡ-ара фестивалдәрҙә ҡатнаша. Ул илебеҙ биләмәһендә йәшәгән халыҡтар араһында дуҫтарса бәйләнештәрҙе нығытыуға ҙур өлөш индерә.