Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Туймазы татар дәүләт драма театры «Коляда-PLAS» фестивалендә ҡатнашты
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 14 сентябрь 2012
Туймазы татар дәүләт драма театры «Коляда-PLAS» фестивалендә ҡатнашты
Туймазы татар дәүләт драма театрының «Тю-тю, мөхәббәт, йәки Тауыҡбаш» комедияһы (Николай Коляданың «Тауыҡ» комедияһы буйынса, Милли йәштәр театры режиссеры Илнур Муллабаев сәхәнәләштергән) быйыл йәй айында Екатеринбург ҡалаһында үткән VI Халыҡ-ара «Коляда-PLAS» замана драматургияһы театрҙар фестивалендә ҡатнашты.
Николай Коляда, спектаклдең видеояҙмаһын осраҡлы ғына күреп ҡалып, ҡыҙыҡһынып китеп, театрҙы фестивалгә ҡатнашырға саҡыра. Был тәҡдимде театр коллективы шатланып ҡабул итә.
Коллектив “Фестиваль асышы” дипломы менән бүләкләнә, ә Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлнара Ғәбиҙуллина төп героиня Алһыу роле өсөн махсус призға лайыҡ була.
“Коляда-PLAS” фестивале алтынсы тапҡыр үткән. Бында Урал драматургтары яҙған пьесалар буйынса ҡуйылған спектаклдәр ҡатнаша һәм “Евразия-2012” конкурсы лауреаттары бүләкләнә. Фестивалдең маҡсаты бөгөнгө көн хаҡында яҙған йәш авторҙарҙы асыу, үҫтереү генә түгел, ә һәләтле актерҙар, режиссерҙар, рәссамдарҙың эштәре менән дә танышыу.
Унда бөтәһе 17 театр, шулар араһында Екатеринбург, Силәбе, Санкт-Петербург, Новоуральск, Ижевск, Озерск, Кишинев һәм Варшава театрҙары ла сығыш яһай.
«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы»
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө