Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Туймазыла Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылы гала-концерт менән тамамланды
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Дүшәмбе, 26 декабрь 2011
Туймазыла Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылы гала-концерт менән тамамланды
Туймазы ҡалаһының «Родина» мәҙәниәт йортонда Башҡортостанда Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылына арналған гала-концерт үтте.
Туймазы район хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, йыл дауамында бында Башҡортостан халыҡтарының мәҙәниәтенә бәйле бихисап саралар үткәрелгән. «Сеспель», «Родники», «Рябинушка», «Радуга» вокаль ансамблдәре, «Дуҫтар» ҡурайсылар ансамбле һәм «Тальян-баян» тальянсылар төркөмө район данын бөтә республикаға таратҡан. Ҡала мәҙәниәт йортонда үткән гала-концерт — Башҡортостан Республикаһындағы Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылының йомғаҡлау сараһы ул.
— Һәр дәүләт ышаныслы, инициативалы кешеләрҙең көсө менән төҙөлә, – тип билдәләне район хакимиәтенең эштәр менән идара итеүсеһе Дилә Арсланова. – Ундайҙар беҙҙә лә бар. Бының өсөн матур мәҙәни саралар үткәрергә ярҙам иткән милли диаспоралар етәкселәрен атау ҙа етә. Уларға халҡының традицияларына тоғро булыуҙары, милли мәҙәниәтте халыҡҡа еткерергә әҙер тороуҙары өсөн рәхмәтемде белдерәм.
Гала-концертта Туймазы районында йәшәгән халыҡ вәкилдәре, шулай уҡ Шаран районынан һәм Октябрьский ҡалаһынан ҡунаҡтар сығыш яһаны.
Автор: Тимур Рәхмәтуллин
«Башинформ»
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө