Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Туристар өсөн дә һәйбәт шарттар кәрәк
Карта учреждений и афиш
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шишәмбе, 02 июль 2013
Туристар өсөн дә һәйбәт шарттар кәрәк
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов сит ил журналистары менән осрашты. Рәсми булмаған аралашыу “Өфө” аэропортында делегацияның Мәскәүгә осоуы алдынан үтте.
Сит ил журналистары Башҡортостанда аҙнаға яҡын булғайны. “Синь Хуа” мәғлүмәт агентлығы (Ҡытай Халыҡ Республикаһы), “Berliner Zeitung” (Германия), “Le Figaro Magazine” (Франция), “Russia Beyond the Headlines” (Испания) баҫмалары хәбәрселәре Күгәрсен, Көйөргәҙе һәм Бөрйән райондарында туристар үҙ итеп өлгөргән урындар менән танышҡан. Мораҙым тарлауығын, Йомағужа һыу һаҡлағысын күреп өлгөргәндәр, Ағиҙел буйлап кәмәлә йөҙөп төшөп, Шүлгәнташ мәмерйәһе менән танышып сыҡҡандар. Улар урындағы халыҡ менән аралашырға ла мөмкинлек тапҡан – баҡһаң, бөтәһе лә урыҫса һәйбәт белә икән.
Рөстәм Хәмитов ҡунаҡтарҙан тәьҫораттары тураһында һорашты. Уларҙың бөтәһендә лә Башҡортостан тәбиғәтенең хозурлығы яҡшы тәьҫир ҡалдырған.
– Беҙҙең ниндәй матур тәбиғәтле төбәктә йәшәүебеҙҙе үҙегеҙ күрҙегеҙ. Ошо өҫтөнлөгөбөҙҙө туризм индустрияһын үҫтереүҙә ҡулланғы килә. Бының өсөн байтаҡ аҡса, инфраструктура, яңы кемпингтар, биналар, юлдар кәрәк. Бер яҡтан, тәбиғәтебеҙҙә туристар өсөн ял итеү мөмкинлеге булдырырға кәрәк, икенсе яҡтан, уны килер быуындарға имен килеш һаҡлау зарур. Был, әлбиттә, еңел бурыс түгел, – тине Рөстәм Зәки улы.
Туризм мәсьәләләренән тыш халыҡтың ауыл еренән күпләп ҡалаға күсеүе проблемаһы ла күтәрелде. Журналистар Президенттан быны туҡтатыу өсөн ниндәй саралар күрелеүе хаҡында белеште. Рөстәм Хәмитов йәштәргә эш урындарын арттырыусы “500 ферма” программаһы тураһында һөйләне.
Өфөлә үтәсәк халыҡ-ара саммиттарға әҙерлек барышы ла ҡыҙыҡһындырҙы журналистарҙы. Президент әйтеүенсә, был сараларға махсус рәүештә бер нәмә лә төҙөлмәй, ҡайһы бер объекттар яңыртыла ғына. Әле юғары класлы ҡунаҡханаларға ғына ихтыяж ҙур, уларҙың төҙөлөүе беҙгә туристарҙы тағы ла күберәк йәлеп итер тип өмөтләнеүен белдерҙе республика башлығы.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Өфөлә Яныбай Хамматовҡа арналған почта конвертын тәҡдим итәләр
Йома, 07 февраль 2025
|
Тулыраҡ >
Ҡурайсы Рушан Биктимеров "алтын" юбилейын сәхнәлә ҡаршылай
Дүшәмбе, 03 февраль 2025
|
Тулыраҡ >
Профессор Ғабдулла Ғиләжевтең хәтер кисәһе тыуған ауылында уҙҙы
Шәмбе, 01 февраль 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө