Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Туғанлыҡ ептәре нығый
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 07 сентябрь 2012
Туғанлыҡ ептәре нығый
6-8 сентябрҙә Өфөлә «ТЮРКСОЙ» халыҡ-ара ойошмаһы мәҙәниәт министрҙары Даими советының ХХХ ултырышы үтә. Ултырышта "ТЮРКСОЙ" ағзалары: Әзербайжан, Ҡазахстан, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан, Төркиә, Төркмәнстандың, шулай уҡ: Алтай, Башҡортостан, Татарстан, Тыва, Саха-Яҡут, Хакасия һәм Молдова Республикаһы составындағы Гагаузия (Гагауз Ери) автономиялы территорияһының мәҙәниәт министрҙары ҡатнаша.
6 сентябрҙә М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһе факультетында Халыҡ-ара төрки мәҙәниәт ойошмаһы (ТЮРКСОЙ) кафедраһы асылды. Тантанала «ТӨРКСОЙ» Халыҡ-ара ойошмаһының генераль секретары Дюсен Касеинов, Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов, БДПУ ректоры Раил Әсәҙуллин, «ТЮРКСОЙ» ойошмаһы мәҙәниәт министрҙары, Башҡортостан Президенты Хакимиәте, министрлыҡтар һәм ведомстволар вәкилдәре ҡатнашты. Дүсән Касеинов һәм Раил Әсәҙуллин «ТЮРКСОЙ» һәм БДПУ араһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы, Халыҡ-ара төрки мәҙәниәт ойошмаһы кафедраһының презентацияһы үтте. Ҡунаҡтар шулай уҡ сәнғәт һәм төрки телле әҙәбиәт күргәҙмәләрен ҡараны, Төрки телле төбәктәр (Ҡазахстан, Алтай, Саха-Яҡут) менән телекүперҙә ҡатнашты.
Мәҙәниәт министрҙары Өфөнөң С. Юлаев майҙанында этнографик тирмәләрҙе ҡараны. Майҙанда «Туғанлыҡ» V халыҡ-ара төрки телле театрҙар фестивален асыу тантанаһы үтте.
Конгресс-холл бинаһында үтеүсе «ТЮРКСОЙ» халыҡ-ара фоторәссамдар лабораторияһының «Башҡортостан — Евразияның ынйыһы» исемле күргәҙмәһе лә, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры Нәжип Асанбаев әҫәре буйынса Айрат Абушахманов сәхнәләштергән «Әхмәтзәки Вәлиди Туған» тарихи драмаһы ла даими совет ултырышында ҡатнашыусыларҙың күңеленә хуш килде.
«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы»
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Батырлыҡ, матурлыҡ һәм маһирлыҡ: Өфөлә яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшинаның 120 йыллығына арналған күргәҙмә асылды
Дүшәмбе, 10 март 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡорт дәүләт драма театры Чеховтың ижадына яңыса ҡараш ташлай
Йома, 07 март 2025
|
Тулыраҡ >
Ҡурай һағында: Өфөләге семинар ҡурайсыларҙы һәм төрлө тармаҡ вәкилдәрен берләштерҙе
Шаршамбы, 05 март 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө