«Туғанлыҡ» фестивале «Әхмәтзәки Вәлиди Туған» спектакле менән асылды

«Туғанлыҡ» фестивале «Әхмәтзәки Вәлиди Туған» спектакле менән асылды
V халыҡ-ара төрки телле театрҙар фестиваленең тәүге көнө «Әхмәтзәки Вәлиди Туған» тарихи драмаһы менән асылды.
Был осраҡлы түгел, бөйөк шәхес бар төрки халыҡтарҙың да уртаҡ ғорурлығы. Ике йыл элек Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәләштергән спектакль Әхмәтзәки Вәлидиҙең тыуыуына 120 йыл тулыуға арнала һәм бар тарихи ысынбарлыҡты күҙ алдына баҫтыра.
Башҡорт халҡы менән хушлашып сит яҡтарға юлланырға мәжбүр булыусы йәш Әхмәтзәки. Уның исеме быуат аша тыуған яғына дан менән әйләнеп ҡайтасаҡ әле. Вәлиди исеме бар төрки халыҡтарҙы берләштереүсе уртаҡ мираҫҡа әйләнәсәк. Актер Артур Ҡунаҡбаевҡа бөтә донъяға билдәле тарихи шәхестең бөйөклөгөн замандаштарына түкмәй-сәсмәй еткереү бурысы тора.
Әхмәтзәки Вәлиди йөрөгән эҙҙәр буйлап үтеү, ул йырлаған йырҙарҙы тыңлау, китаптарын уҡыу, балалары менән аралашыу. Спектаклде әҙерләгәндә бар нескәлектәр ҙә иҫәпкә алына. Һәм был тәбиғи. Вәлиди Туған кеүек арҙаҡлы шәхестәр хаҡында һүҙ барғанда һәр күренеш оло әһәмиәткә эйә. Ижади төркөм был бурысты ҙур яуаплылыҡ менән атҡарып сыға. Оло Әхмәтзәкине уйнаған Илдар Ғүмәров әйтеүенсә, бындай кимәлдәге геройҙы һынландырыу - оло яуаплылыҡ, ә «Туғанлыҡ» фестивалендә сығыш яһау икеләтә тулҡынландырғыс. Сөнки залдағы тамашасыларҙың барыһына ла Вәлиди исеме яҡшы таныш.
Бала саҡ, йәшлек йылдары, шәхес булып формалашыу. Тарихи драмала Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың тормошондағы иң мөһим ваҡиғалар сағылыш тапҡан. Билдәле сәйәсәт һәм йәмәғәт эшмәкәре, ғалим, төркиәтсе. Уның күп ғүмере тыуған яғынан ситтә үтә. Әммә халыҡ данлыҡлы шәхесте онотмай. Төрки телле халыҡтар фестивалендә һәр сығыштың алҡыштарға күмелеүе ошо хәҡиҡәткә тағы ла бер миҫал. Алдағы көндәрҙә «Туғанлыҡ»та ҡатнашыусы башҡа ҡунаҡтар ҙа үҙ спектаклдәрен күрһәтәсәк. Төрки халыҡтарҙы берләштереүсе дуҫлыҡ һәм рух байрамы 13 ноябргә тиклем дауам итә. Һәр көнгә бай йөкмәткеле программа әҙерләнгән.
Фестиваль сиктәрендә төрки халыҡтарҙың милли кейемдәр күргәҙмәһе лә әҙерләнгән. Бында республика оҫталарының ҡул эштәре урын алған. Мәҫәлән, һыуытҡыстар өсөн ошондай магнитлы сувенирҙар, сигелгән үҙенсәлекле ситектәр ҡунаҡтарға Башҡортостан хаҡында оҙаҡ хәтерләтеп торасаҡ әле.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb