«Туғанлыҡ» Халыҡ-ара төрки телле театрҙар фестивале аҙағына яҡынлашты

«Туғанлыҡ» Халыҡ-ара төрки телле театрҙар фестивале аҙағына яҡынлашты
Бөгөн, 13 сентябрҙә, М Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында V «Туғанлыҡ» Халыҡ-ара төрки телле театрҙар фестивален ябыу тантанаһы үтә.
Бер аҙна дауамында барған фестивалдә төрки телле илдәрҙән һәм республикаларҙан 17 театр ҡатнашты, шулай уҡ Башҡортостан театрҙары ла үҙ ижадын тәҡдим итте. Спектаклдәр М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры, Рус дәүләт академия театры, Өфө «Нур» дәүләт татар театры, М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры һәм Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәләрендә ҡуйылды.
Беҙҙең республика исеменән берҙән-бер ҡатнашыусы – М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры - был юлы Мостай Кәрим пьесаһы буйынса Айрат Әбүшахманов ҡуйған «Ай тотолған төндә» трагедияһын күрһәтте.
Шулай уҡ фестиваль сиктәрендә танылған ҡурайсы Ғата Сөләймәновтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған матур сара уҙҙы.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb