«Тыуған илдең шиңмәҫ бүләге»

«Тыуған илдең шиңмәҫ бүләге»
Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда иғлан ителгән Әҙәбиәт йылы айҡанлы «Әҙәби шишәмбе» проекты эшләй.
Уның сиктәрендә 28 апрель көнө «Тыуған илдең шиңмәҫ бүләге» тип аталған әҙәби-музыкаль кисә үтәсәк. Филармония артистары башҡарыуында популяр романстар, башҡорт, рус, сит ил шағирҙарының шиғырҙарына яҙылған ариялар һәм йырҙар яңғыраясаҡ. Шулай уҡ бөйөк шәхестәр тормошона ҡағылған ҡыҙыҡлы фактар менән дә таныштырасаҡтар кисә барышында.
Сценарий авторы һәм режиссеры – Сәйҙә Ильясова, художество етәксеһе - Индира Әсәҙуллина. Рәхим итегеҙ!

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb