Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Тыуған яҡтан ҡот алып
Карта учреждений и афиш
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 09 декабрь 2016
Тыуған яҡтан ҡот алып
Илебеҙ буйлап Әҙәбиәт йылы атлай. Быны һүҙ сәнғәте тантанаһы тип атаһаҡ та, арттырыу булмаҫ, сөнки халыҡтарҙы берләштергән изге төшөнсәләр араһында әҙәбиәт үҙәк урынды биләй. Ташҡа сүкелһенме, туҙға яҙылһынмы, ҡағыҙға төшһөнмө — бындай яҙма ҡыҙыҡһыныу уята, һәр быуын улар аша үҙ асышын яһай. Алыҫ тамырҙарға, рухи ҡомартҡыларыбыҙға мөрәжәғәт иткәндә лә күп уртаҡлыҡтар табабыҙ. Бына шундай бағланыш, бына шундай мөнәсәбәт әле лә йәшәй. Тәржемәләр аша халыҡтар бер-береһенең донъяһына тотҡарлыҡһыҙ үтеп инә ала. Урал батырҙың “Изгелек булһын атығыҙ!” тигән ораны һәр бер әҙәм балаһы өсөн дә аңлайышлы. Тимәк, әҙәбиәт аша аралашыу – үҙе үк бәхет.
Йәнде сафландырыр тере һыу шикелле ул туған телдә яңғыраған һүҙ! Китап менән танышыу күңелде хистәргә байыта, ә автор менән күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшеү тураһында әйтергә лә түгел. Башҡорт дәүләт академия драма театры директоры, Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев ойошторған “Ҡыҙҙар моңо — моңо халҡымдың” тип аталған әҙәби-музыкаль тамаша күңелдә тап ошондай уй-фекерҙәр уятты. Күмертау һәм Ишембай ҡалаларында ла шаулап-гөрләп үткән сара халыҡ хәтерендә оҙаҡ һаҡланыр. Ике талантлы шағирә — Тамара Fәниева һәм Тамара Искәндәриә шиғырҙарынан төҙөлгән композиция ҡуйылышы менән дә, йөкмәткеһе менән дә тамашасы иғтибарын биләне.
Тыуған төйәк ижадсы өсөн илһам сығанағы булып тора. Сөнки тәүге шиғри юлдар унда яҙылған, күңелдәге бала саҡ һуҡмағы мәңгегә йәшеллек менән ҡаймаланған, офоғо ла уның яҡты һәм киң. Тамараларҙың ниндәй хистәр солғанышында булыуын тамашасы ла яҡшы аңлағандыр, тим. Сәхнәлә, күҙ алдында, хәтер терелә, һәм бала саҡ, йәшлек йылдарының иң матур, иң ҡәҙерле мәлдәре, гүйә, һинең ҡаршыңа килеп йылмая. Оло быуын үҙенең бала сағын күҙ алдына баҫтырҙы, йәштәр тарих дәреслектәренә инмәгән тормош күренештәре менән танышты.
...Күмертау ҡалаһында үткән тәүге әҙәби-музыкаль тамаша, ысын мәғәнәһендә, тыуған ергә мәҙхиә ине. Шартына килтереп, Мәҙәниәт йортонда оло ҡунаҡтарҙы йыр һәм шиғыр менән ҡаршы алды күмертауҙар. Фойела Тамара Ғәниеваның китаптарынан төҙөлгән күргәҙмә иғтибарҙы йәлеп итте. Улай ғына ла түгел, авторҙың гәзит-журнал биттәрендә сыҡҡан яҙмалары ла хәстәрләп-бөртөкләп тупланып тәҡдим ителгәйне. Уҡыусылар шағирәнән автограф алырға сиратҡа теҙелде. Талантлы әҙибә, журналист Тамара Әхмәтшәриф ҡыҙы Күмертау һәм Көйөргәҙе халҡын шулай тип сәләмләне: “Алтындарҙан-алтын, аҡыллыларҙан-аҡыллы минең яратҡан яҡташтарым! Башҡортостан тигән илдә бер ваҡытта ла ниндәй һыуҙы эскәнемде, ниндәй тупраҡта үҫкән игенде икмәк итеп ашап кеше булғанымды, күңелегеҙҙәге йырҙарҙан һуғарылып, моңло булғанымды, аҡылығыҙға һоҡланып, уйлы булғанымды, ҡайғы-хәсрәттәрегеҙҙе күреп, һағышлы булғанымды онотҡаным юҡ…”
Театрға ғашиҡ кеше ул Тамара Fәниева. Радиола эшләгән йылдарында артистар менән дә тапшырыуҙар ойошторған әүҙем журналист та. Тапшырыуҙар ҙа, поэмалары буйынса эшләнгән композициялар ҙа “алтын фонд”та һаҡлана. Тамара ханымдың драматургия жанрында уңышлы эшләүен дә әйтергә кәрәк. Шулай ҙа поэзия жанрына тоғро, уның бай һәм тос ижадын берәүҙеке менән дә бутау мөмкин түгел. Ә инде Хөрмәтулла Үтәшевтең Тамара Fәниеваның шиғырҙарынан төҙөлгән спектакле авторға ғына түгел, ғөмүмән, һәр әҙәбиәт һөйөүсе өсөн ҡыуаныслы бүләк булды. Академия драма театры артистары шағирәнең күңел тәрәнлеген, уй-маҡсатын, ынтылышын, ғәмен, һөйөүен сәхнәлә матур итеп күрһәтеүгә өлгәште.
...Ишембай ҡалаһында үткән шиғри спектакль шулай уҡ үҙенсәлекле булыуы менән айырылып торҙо. Хөрмәтле ҡунаҡтарҙы нефтселәр, төҙөүселәр, игенселәр ере ҡолас йәйеп ҡаршы алды. Шуны ла әйтергә кәрәк: Ишембай — республикабыҙға иң күп яҙыусылар биргән төбәк, уларҙың исеме әҙәбиәт тарихында алтын хәрефтәр менән яҙылған. Тамара Искәндәриә лә ижадында ошо матур традицияларға тоғро, ул яҡташтарын Әҙәбиәт йылы, шиғриәт байрамы һәм Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы менән ҡотланы: “Тыуған яҡ тигән ваҡытта иҫкә иң тәүҙә ошо ғәзиз еребеҙҙән тыныслыҡты яҡлап фашистарға ҡаршы көрәшкә киткән ата-бабалар иҫкә төшә...”
Сәхнәлә шағирәнең бәләкәй ватаны тарихына, йолаларына, ғаиләһенә бәйле шиғырҙары яңғыраны. Илһөйәрлек рухы менән һуғарылған шиғри юлдар аша тамашасы ла шағирәнең ҡартатаһы һәм атаһы үткән ҡанлы-шанлы дәүер эсендә лә, тыныс тормош, хеҙмәткә арналған йылдарҙа ла бергә булды. Башҡорт дәүләт академия драма театры актерҙары тап шундай ауыл тормошон ышандырырлыҡ итеп күрһәтеп, ата-бабаларҙың уй-ынтылышын тәрәнерәк аңларға ярҙам итте. Аныҡ ер-һыу төшөнсәһе менән бәйле был шиғырҙар бигерәк тә йәш быуын өсөн әһәмиәтле ине.
Ике шағирә лә — сәсәндәрҙең, йырауҙарҙың, ҡобайыр әйтеүселәрҙең һулышын еткереүселәр. Эйе-эйе, шиғри тел аша әйтелгән спектакль үҙебеҙ хаҡында ла бара. Әйткәндәре замандаштарына төбәлеүе менән ҡиммәт. Тынғыһыҙ, мәшәҡәтле, ығы-зығылы мәлдәрҙә, әйтерһең, тере һыу бөркөлдө. Бына ниндәй ул һүҙ көсө!
Ике төрлө ижад, беҙ, гүйә, ике донъяға ҡунаҡ булып индек. Улай ғына ла түгел, үҙебеҙ белмәгән икенсе донъяларҙы асҡандай булдыҡ. Бер-ике минут эсендә тойғолар менән тулыштыҡ. Хыялыбыҙҙа Заятүләк менән Һыуһылыу янында булдыҡ, ысынбарлыҡҡа икенсерәк ҡараш ташланыҡ. Бөгөнгөбөҙгә яҡты хистәргә төрөнөп әйләнеп ҡайттыҡ. Хәйер, һәр шиғыр композицион эшләнеше менән ошондай маҡсатҡа хеҙмәт итте. Шиғри спектаклде ҡараған саҡта, ул тарихҡамы йә бөгөнгөгә ҡағыламы – бөтөн ваҡиғалар эсендә үҙең ҡайнаған һымаҡһың, һинең менән булған хәл бәйән ителәлер төҫлө. Бәлки, шулайҙыр ҙа. Уянған кисерештәр – һағышы ла, үкенесе лә, ҡыуанысы ла, шатлығы ла үҙебеҙҙеке бит. Барыһы ла беҙҙең менән ҡаласаҡ. Шиғри һүҙ фәҡәт уларҙы терелтте генә. Әҙәбиәт битарафлыҡтан ҡотҡара, һүҙ сәнғәте аша беҙ ҙә үҙгәрәбеҙ. Тамара Fәниева әйтмешләй: “Әҙәбиәт йылында әҙәбиәткә иғтибар йүнәлтеү ине ниәтебеҙ. М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия театрының Тамара Искәндәриәнең, минең шиғырҙарыбыҙҙан, йырҙарыбыҙҙан төҙөлгән спектаклен тыуған яҡтарыбыҙ тамашасыһына күрһәтеүҙе ойошторған барса энтузиаст уҡытыусыларға, ҡоролтай ағзаларына, хакимиәт хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт яуғыры тип, шатланып йөрөп ҡайттым”.
Ике шағирә лә тыуған яҡтарынан рухланып, ҡояшлы-ямғырлы яҙҙан илһам алып ҡайтты. Йышыраҡ булһын бындай осрашыуҙар!
Автор: Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Благотворительный фонд «Мирас» подвел творческие итоги 2016 года
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Өфө Рудольф Нуриев исемендәге Халыҡ-ара фестивалгә әҙерләнә
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһендә - «Ай тотолған төндә» операһы
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Мәскәүҙә сығыш яһай
Шишәмбе, 06 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө