Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
«Тюлькиндың тыуған яғында. Урал пейзаждары» күргәҙмәһе асылды
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Кесе йома, 07 июнь 2012
«Тюлькиндың тыуған яғында. Урал пейзаждары» күргәҙмәһе асылды
6 июндә А.Тюлькиндың мемориаль йорт-музейында йыл һайын эшләүсе «Тюлькиндың тыуған яғында. Урал пейзаждары» күргәҙмәһе асылды.
Экспозицияла Өфө рәссамдарының, 40-тан ашыу эше тупланған. Улар араһында – Александр Петриков, ағалы-энеле Вәғиз менән Вәкил Шәйхетдиновтар, Александр Масленников, Илдар Ғилманов, Ольга Зозуляның эштәре бар.
Күренекле рәссам Александр Эрастович Тюлькин ғүмеренең күп өлөшөн Өфөлә йәшәгән (ул 1888 йылдың 30 авгусында тыуған, 1980 йылдың 18 мартында вафат булған, Өфөнөң Көньяҡ зыяратында ерләнгән) һәм әҫәрҙәренең күбеһен ошо ҡалаға арнаған.
Өфө образдары рәссам өсөн бөтә ижады буйына төп тема һәм тәрән кисерештәр сығанағы булып торған. 30-сы йылдар уртаһына тиклем уның ижадында башҡа мотивтар күренмәй. ХХ быуат башында ул «Дачалағы йорт» (1919), «Гортензиялар» (1920), «Сәскәгә күмелгән тәҙрәләр» (1924), «Соҡорҙағы йорттар» (1928) кеүек эштәрен ижад итә. Ләкин уның ижади ҡыҙыҡһыныуҙары иҫке Өфө тураһында уйланыуҙар менән генә сикләнеп ҡалмай. 30-сы йылдар башында Тюлькин Уралдың сәнәғәт үҙәктәренә (Белорет, Магнитогорск, Златоуст), һуңыраҡ Башҡортостандың тәүге нефть промыслаһы үҙәге — Ишембайға этюдҡа сыға. Бында ул йылдарҙағы иң яҡшы эштәренең береһе — «Беренсе Ишембай вышкаһы»н (1938) ижад итә.
Өфөләр был ғәжәйеп рәссам тураһында иҫтәлеккә һаҡсыл ҡарай. Баш ҡалала рәссамдың Йорт-музейы эшләй. Уҡыусыларының, ҡатыны Антонина Николаевнаның тырышлығы менән Александр Эрастович йәшәгән йорт һүтелмәй алып ҡалына, иҫ киткес натюрморттар, пейзаждар, портреттар коллекцияһы һаҡланған. Башҡортостан халҡы өсөн Тюлькиндың исеме Аксаков һәм Нестеров менән бер рәттә тора. Был — иҫке Өфө мәҙәниәтенең бер өлөшө, республика тарихы өлөшө.
А.Тюлькиндың мемориаль йорт-музейында йыл һайын эшләүсе «Тюлькиндың тыуған яғында. Урал пейзаждары» күргәҙмәһе 31 авгусҡа ҡәҙәр эшләй.
Фотогалереяға күсергә
«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» порталы
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Башҡортостандың халыҡ артисы Минзилә Ҡотошова юбилейын спектакль һәм гастролдәр менән билдәләй
Кесе йома, 17 апрель 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡорт ҡурсаҡ театры спектаклдәрҙе насар күргән һәм һуҡыр балалар өсөн ҡулайлаштыра
Кесе йома, 17 апрель 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова «Еңеү йыры» флешмобын иғлан итте
Кесе йома, 17 апрель 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө