Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Төбәк башлығы музыкант Олег Кирәевҡа «Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы» билдәһен тапшырҙы
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шаршамбы, 25 апрель 2012
Төбәк башлығы музыкант Олег Кирәевҡа «Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы» билдәһен тапшырҙы
24 апрелдә Мәскәүҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов музыкант Олег Кирәевҡа «Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы» билдәһен тапшырҙы, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән. Был маҡтаулы исем уға Башҡортостан Президентының 2012 йылдың 1 мартындағы указы менән Башҡортостан Республикаһының музыка сәнғәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн бирелде.
— Яңы исемгә лайыҡ булып, Олег Хөсәйен улы беҙҙе концертҡа саҡырыр, тип уйлайым, — тине Рөстәм Хәмитов, артисҡа награда тапшырып.
Олег Кирәев республика башлығына юғары награда өсөн рәхмәт белдерҙе һәм Рөстәм Хәмитовты «Европа, донъя сәнғәтен яратҡан һәм беҙҙең милли фольклорға һаҡсыл ҡарашта булған кеше» буларҡ белеүен билдәләне.
— Мин үҙ тормошомда беҙҙең туған моңдарҙы джаз менән берләштереү менән шөғөлләндем. Бының ярҙамында күптәр ҡумыҙ менән ҡурайҙың нимә икәнен белде, — тине музыкант.
Сығанаҡ:
«Башинформ»
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө