Башҡортостанда инвалид балалар өсөн «Үҙ ҡулдарым менән эшләнгән донъя» биҙәү-ҡулланма сәнғәте конкурсы старт алды. Сара республикалағы Инвалидтар ижады йортоноң социаль-мәҙәни саралары сиктәрендә үткәрелә.
Республика халыҡ ижады үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, конкурста 5-18 йәштәрҙәге һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр ҡатнаша ала. Бәйге киләһе номинациялар буйынса үткәрелә: һүрәт, сигеү, сәйлән, макраме, бәйләү, ағасты һырлап эшләү һәм башҡалар.
Эштәр 20 мартҡа тиклем ҡабул ителә. 30 мартта жюри иң яҡшыларын һайлап алып, еңеүселәрҙе билдәләйәсәк. Уларға дипломдар, грамоталар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырыласаҡ.
Инвалид балаларҙың интеллектуаль үҫешенә булышлыҡ итеү, уларҙың ижади мөмкинлектәрен асыу, һәләтле балаларҙы асыҡлау, биҙәү-ҡулланма сәнғәте өлкәһендәге халыҡ традицияларын һаҡлап ҡалыу бәйгенең төп маҡсаттары булып тора.
Сығанаҡ: «Башинформ»