Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Төбәктә тәүгә «Яратам һине, тормош!» фестивале үтәсәк
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Дүшәмбе, 09 апрель 2012
Төбәктә тәүгә «Яратам һине, тормош!» фестивале үтәсәк
«Яратам һине, тормош!» оло йәштәгеләрҙең художестволы үҙешмәкәр ижады фестивале республикала тәүгә ағымдағы йылдың апрель һәм май айҙарында үтәсәк. Фестиваль гала-концерты 8 июндә Өфөнөң «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында уҙғарыласаҡ.
Башҡортостан Республикаһы Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, фестивалдә ҡатнашыуға ижади коллективтар һәм айырым башҡарыусылар саҡырыла. Ҡатнашыусылар йәше: ҡатындар – 55 йәштән алып, ир-аттар – 60 йәштән алып.
Фестивалдә ҡатнашыусылар үҙ һәләттәрен түбәндәге номинацияларҙа күрһәтә ала: вокал, бейеү, музыка ҡоралдарында уйнау, әҙәби әҫәр уҡыу һәм оригиналь жанр. Бәйге йомғаҡтары буйынса еңеүселәргә һәр номинацияла 1-се, 2-се һәм 3-сө урындар биреләсәк. Гран-приға иң сағыу һәм һәләтле ҡатнашыусы лайыҡ буласаҡ.
Фестивалдә ҡатнашыусылар ижадына республиканың билдәле музыканттары, сәнғәт оҫталары баһа бирәсәк.
Бындай башланғыс менән төбәктең Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы сығыш яһаны. Фестивалде үткәреүҙә шулай уҡ БР Мәҙәниәт министрлығы, «Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәре Советы» ассоциацияһы, Һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандарының (пенсионерҙарҙың) республика советы, «Йылдарым — байлығым» йәмәғәт ойошмаһы, «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһы ла ҡанаша.
Сығанаҡ:
«Башинформ»
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө