Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
«Төнъяҡ амурҙары – башҡорт батырҙары» концертына рәхим итегеҙ!
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 30 март 2012
«Төнъяҡ амурҙары – башҡорт батырҙары» концертына рәхим итегеҙ!
Башҡорт халҡының аҫыл ир – егеттәре, яҡты тормошҡа, уяулыҡҡа, айыҡлыҡҡа саҡырған «Каруанһарай» төркөмөн кем генә белмәй һәм һағынмай икән?! Көслө рухлы йырҙары менән халыҡ күңелен яулаған был төркөм күп илдәрҙе әйләнеп сыҡты.
Бөгөнгө «Йәш Каруанһарай» төркөмө шул уҡ юлдан атлай, уларҙың юлдарын дауам итәләр һәм Сәнғән училищеһын тамамлап, төрлө сәхнәләрҙә сығыш яһап йөрөгән биш егет бөгөн дә «ҡарт» каруанһарайсыларҙан ҡалышмайҙар. Башҡорт халҡының ҡәлғәһе исемен йөрөткән төркөм, ғорурлығы булған Каруанһарай– илдең баш йорто булһа, был төркөм башҡорт сәхнәһенең йөҙөн бөгөн дә билдәләп ҡала.
Төркөмдөң етәксеһе Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Мәхмүт Нәҙершин әйтеүенсә, тамашасыларҙың ышанысын аҡлау маҡсатында улар сығыштарын профессиональ кимәлдә алып барыуҙы маҡсат итеп ҡуйғандар. Сөнки концерттарына төрлө милләт кешеләре, төрлө быуын вәкилдәре килә. Быға «Каруанһарай»ҙың фольклор-эстрада стилендә эшләүе лә булышлыҡ итә.
4 апрель, Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында үтәсәк «Төнъяҡ амурҙары – башҡорт батырҙары» тип аталған тамаша 1812 йылғы Ватан һуғышында Еңеүҙең 200-йыллығына арнала. Бында сал тарихыбыҙға, батырҙарыбыҙға арналған халыҡ йырҙары, ҡобайырҙар, еребеҙҙең гүзәллеген, тәбиғәтенең хозурлығын данлаған, әлегә тиклем һирәк ишетелгән ретро-йырҙар урын алған. Бай эстәлекле, төрлө жанрҙағы йырҙарҙы үҙ эсенә алған концерт бер кемдең дә күңелен битараф ҡалдырмаҫ, киреһенсә юғары рух, күтәренке кәйеф менән илаһи нурға сумып, оло кинәнес алып ҡайтырһығыҙ был кистә.
Тамашаның режиссеры – Илшат Фәхертдинов, сценарий авторы – Айгөл Сиражетдинова.
Башлана 19.00 сәғәттә.
Рәхим итегеҙ!!!
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Башҡортостандың халыҡ артисы Минзилә Ҡотошова юбилейын спектакль һәм гастролдәр менән билдәләй
Кесе йома, 17 апрель 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡорт ҡурсаҡ театры спектаклдәрҙе насар күргән һәм һуҡыр балалар өсөн ҡулайлаштыра
Кесе йома, 17 апрель 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова «Еңеү йыры» флешмобын иғлан итте
Кесе йома, 17 апрель 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө