Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Уҡып рәхәтләнегеҙ
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 09 декабрь 2016
Уҡып рәхәтләнегеҙ
Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә журналист, яҙыусы, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге хөкүмәт премияһы лауреаты
Рәлис Ураҙғоловҡа
50 йәш тулыу уңайлы нәшриәттә сираттағы китабы донъя күрҙе. Был юлы әҙип уҡыусыларға повестан һәм хикәйәләрҙән торған «Эй, ғүмер юлдары...» йыйынтығын тәҡдим итә. Уларҙа башлыса бөгөнгө көнитмешебеҙ сағыла, геройҙары ла – беҙҙе уратып алған кешеләр, беҙҙең замандаштар. Әҫәрҙәре бер тында уҡыла һәм тетрәндергес хәл-ваҡиғаларҙы үҙ эсенә ала. Улар бөтәһе лә тормоштан алынып, һутлы, бай тел менән яҙылған.
Танылған шағир, прозаик
Аҫылғужа Баһумановтың
үҙе иҫән сағында төҙөп тапшырған «Бер һыҙылды шырпы» исемле китабына ингән шиғырҙары һәм поэмалары лирик һәм драматик үткерлек, жанр формалары төрлөлөгө менән айырылып тора. Ижадына күҙ һалһаң, уның һүҙгә маһирлығы, телгә байлығы, образлы фекерләү ҡеүәһе киң булыуы сағыла. Китапҡа авторҙың башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаев, тыуған ил, тәбиғәт тураһындағы әҫәрҙәре, шулай уҡ йырҙары, тәржемәләре, балалар өсөн опера-әкиәт либреттоһы һәм Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яҡташтарының яҡты иҫтәлегенә арналған «Боҙ киткәндә» поэмаһы ингән.
Нәшриәттә ошо көндәрҙә билдәле яҙыусыларҙың һайланма әҫәрҙәре тупланған китаптар ҙа донъя күрҙе. Күренекле шағир, прозаик һәм журналист
Рауил Шаммастың
«Һайланма әҫәрҙәр»енең беренсе томында 2010 – 2014 йылдарҙа ижад ителгән яңы шиғырҙары, «Уттар», «Йөрәк алмаһы», «Ҡайын һуты», «Ҡыҙыл тоҙ», «Ылау» һәм башҡа поэмалары тупланған.
Билдәле драматург, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре
Наил Ғәйетбайҙың
«Һайланма әҫәрҙәр»енең беренсе томына Башҡортостан тарихының әһәмиәтле осорҙарын, шулай уҡ Салауат Юлаев, Мифтахетдин Аҡмулла, Шәйехзада Бабич, Һәҙиә Дәүләтшина, Рәми Ғарипов, Мостай Кәрим һымак күренекле шәхестәр яҙмышын сағылдырған киҫкен сюжетлы драматик пьесалары ингән.
Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты
ФакиһаТуғыҙбаеваның
«Һайланма әҫәрҙәр»енең 2-се томында һуңғы ун йылда ижад ителгән поэтик ижад өлгөләре урын алған.
Автор: Г. ЮЛДАШЕВА.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Батырлыҡ, матурлыҡ һәм маһирлыҡ: Өфөлә яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшинаның 120 йыллығына арналған күргәҙмә асылды
Дүшәмбе, 10 март 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡорт дәүләт драма театры Чеховтың ижадына яңыса ҡараш ташлай
Йома, 07 март 2025
|
Тулыраҡ >
Ҡурай һағында: Өфөләге семинар ҡурайсыларҙы һәм төрлө тармаҡ вәкилдәрен берләштерҙе
Шаршамбы, 05 март 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө