Учалы филармонияһы артистары Силәбе өлкәһендә сығыш яһаясаҡ

Учалы филармонияһы артистары Силәбе өлкәһендә сығыш яһаясаҡ
20 һәм 21 апрелдә Силәбе өлкәһендә Учалы филармонияһы артистарының гастроле үтәсәк. Шулай итеп, беренсе концерт – 20 апрелдә Силәбе ҡалаһының «Импульс» ял үҙәгендә, икенсеһе – 21 апрелдә Арғаяш ауылында үтәсәк. Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге Даими вәкиллеге матбуғат секретары Михаил Хәбиров һүҙҙәренсә, Башҡортостан артистарының килеүе Көньяҡ Урал башҡорттарының мәҙәни тормошонда сағыу ваҡиға буласаҡ. Башҡортостан артистарын Силәбе өлкәһендә яраталар һәм юғары һөнәри оҫталыҡтары өсөн хөрмәт итәләр.
Учалы филармонияһы артистары Башҡортостанда, шулай уҡ унан ситтә лә үткәрелгән төрлө байрамдарҙа республиканың күп милләтле мәҙәниәтен лайыҡлы күрһәтә. Улар Мәскәү, Санкт-Петербург, Силәбе, Магнитогорск, Сочи һәм Өфөлә үткәрелгән башҡорт һабантуйҙарында, йыл һайын төрлө фестивалдәрҙә ҡатнаша. Учалының сәнғәт хеҙмәткәрҙәре Франция, Испания, Италия, Греция, Швеция, Израиль һәм Ҡаҙағстан сәхнәләрендә лә сығыш яһаған.
Сығанаҡ: «Башинформ»

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb