Учалы мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжы композитор Салауат Низаметдиновтың исемен йөрөтәсәк

Учалы мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжы композитор Салауат Низаметдиновтың исемен йөрөтәсәк
Был турала ҡарар республика алдында күрһәткән хеҙмәттәре һәм ҡаҙаныштары өсөн шәхестәрҙең исемен мәңгелләштереү буйынса Башҡортостан Республикаһы башлығы ҡарамағындағы Комиссия тарафынан ҡабул ителде. Әһәмиәтле ваҡиғаға арналған тантаналы сара 19 март көнө үтәсәк тип көтөлә.
Салауат Низаметдинов – билдәле башҡорт композиторы, БР-ҙың һәм РФ-ның атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Халыҡ-ара конкурстар, Ғәлимов Сәләм исемендәге Республика, РФ Композиторҙар союзының Дмитрий Шостакович исемендәге һәм Халыҡ-ара «Филантроп» премиялары лауреаты. Сәнғәт әһеле 2013 йылда арабыҙҙан китте.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb