«Учалы һылыуы - 2012»

«Учалы һылыуы - 2012»
Учалы ҡалаһында йәшәүсе иң кескәй һәм һәләтле ҡыҙ билдәләнде. Өс этапта үткән конкурста ҡатнашыусы ҡыҙ балаларҙың финалға иң-иңдәре үтте.
Ярты йылға яҡын әҙерлек, йоҡоһоҙ төндәр һәм, ниһайәт, лайыҡлы еңеү. Әле мәктәпкә лә бармаған Наҙгөл «Учалы һылыуы» исемен яуланы. Ҡыҙҙың «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүе жюри ағзаларын әсир итте.
Конкурста 30-ҙан ашыу һылыу ҡатнаша. Ғинуарҙа үткән һайлап алыу этабын уларҙың 20-һе үтә. Шулай ҙа финалда сығыш яһау бәхетенә тик 12 ҡыҙ иреште. Кескәйҙәр тәүҙә тамашасыларҙы үҙҙәре менән таныштырҙы.
Һынауҙың икенсе этабында ҡыҙҙар ижади конкурста сығыш яһаны. Берәүҙәре йырға маһирлығы менән алдырһа, икенселәре бейеүгә әүәҫ булып сыҡты. Һәр бала, уларҙың ата-әсәләре, балалар баҡсалары сараға ентекле әҙерләнгән.
Кескәйҙәрҙең бәйгеһе ололарҙыҡынан бер нимәһе менән дә айырылмай. Ҡыҙҙар конкурста йыр-моң, бейеүгә һәләтен күрһәтеүҙән тыш, сәхнәлә үҙеңде тотоу серҙәрен дә өйрәнде. Ә иң ҡатмарлы конкурстарҙың береһе дефиле булды.
Тамашасылар, бигерәк тә жюри ағзалары, һәр сығышты оло кинәнес менән ҡараны. Биш йәштән һигеҙ йәшкәсә кескәйҙәрҙең һәләтен асыу, уларҙың ижади башланғыстарын хуплау, сәнғәткә һөйөү уятыу маҡсатында үткәрелгән конкурс үҙ моратына иреште. Иң талантлы баланы һайлау еңел булмаһа ла, еңеүсе тажына лайыҡлы билдәләнде.
Учалы тау байыҡтырыу комбинаты башланғысы менән үткәрелгән сараны киләсәктә лә уҙғарыу күҙаллана. Тимәк, балаларҙың мәҙәни үҫешенә йоғонто яһаусы сараның йолаға әүерелеүенә шик юҡ.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb