"Урал-батыр" эпосын ҡытай теленә тәржемә итәләр

"Урал-батыр" эпосын ҡытай теленә тәржемә итәләр

Был эш менән тәржемәсе Шамил Батыршин шөғөлләнә, уға Башҡорт дәүләт университеты һәм Тенгин халыҡ-ара телдәр институты белгестәре ярҙам итә. Тәржемәсе әйтеүенсә, ҡытай тел белгестәре башҡорт һәм ҡытай халыҡтары эпостарының оҡшаш яҡтары күп булыуын билдәләй һәм был проектҡа ҙур ҡыҙыҡһыныу белдерә. «Урал-батыр» эпосының ҡытай телендәге тәүге баҫмаһы киләһе йылда донъя күрергә тейеш. Башҡорт халҡының эпосы шулай уҡ рус, инглиз, немец, төрөк һәм башҡа телдәргә тәржемә ителгән.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb