17 декабрҙә Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында «Урал батыр төнө» тип аталған ҙур этнобайрам үтте. Филармония фойеһы — Шүлгәнташ мәмерйәһенә, зал тирмәгә әүерелгәйне. «Урал батыр төнө» байрамы республикала Әҙәбиәт йылын ябыу сиктәрендә ойошторолдо.
Проект «Урал батыр» эпосының сюжетына нигеҙләнгән. Иң яҡшы профессиональ һәм үҙешмәкәр коллективтар, солистар үҙҙәренең һәләтен күрһәтте. Улар араһында сәсәндәр, ҡурайҙа, ҡумыҙҙа, ҡыл-ҡумыҙҙа, думбырала уйнаусылар, өҙләү оҫталары, «Арғымаҡ», «Әссәләм», «Ятаған» төркөмдәре, Рәмил Ғәйзуллин етәкселегендәге Башҡортостандың халыҡ уйын ҡоралдары милли оркестры, Башҡортостандың йәштәр симфоник оркестры сығыш яһаны. Фойела китаптар, картиналар, башҡорт эпосы дисктарын һатып алырға мөмкин ине.