Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
“Урал батыр” үҙәге ойошторола
Карта учреждений и афиш
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 09 декабрь 2016
“Урал батыр” үҙәге ойошторола
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың күрһәтмәһенә ярашлы, Республика халыҡ ижады үҙәге ҡарамағында район һәм ҡалаларҙа Сәсәндәр мәктәбен ойоштороу өсөн Координация үҙәге төҙөлә. Ә көньяҡ-көнсығыш райондарҙың баш ҡалаһы Сибайҙа Асия Ғәйнуллинаның сәсәндәр мәктәбе нигеҙендә “Урал батыр” үҙәген ойошторорға ҡарар ителде.
2011 йылда Асия Ғәйнуллина башҡорттарҙың милли кейемен реконструкциялауға республика Президентының грантына лайыҡ булғайны. Төрки мәҙәниәт буйынса ғәмәли конференция форумында ҡатнашҡандан һуң, 2012 йылда ул Сәсәндәр мәктәбенә дәүләт кимәлендә ярҙам күрһәтеү тәҡдимен әҙерләй башлай. Быйыл ғинуарҙа мәҙәниәт эшмәкәрҙәре менән осрашыу барышында был идеяны Рөстәм Хәмитов та хуплап сыҡты. Декабрҙә “Урал батыр” үҙәген ойошторорға ҡарар ителде. Киләһе йыл эшләй башлаясаҡ. Сәсәндәр мәктәбе сәсәнлек үҙенсәлектәрен өйрәнеү генә түгел, шулай уҡ ҡылҡумыҙ, ҡумыҙ, ҡурай кеүек музыка ҡоралдарында уйнарға өйрәтеү менән дә шөғөлләнәсәк.
Асия Ғәйнуллина ойошторған Сәсәндәр мәктәбенең 20 йыллыҡ тарихы бар. 1994 йылда Башҡорт дәүләт педагогия университетының Сибай филиалындағы Англия һәм Америка әҙәбиәте, инглиз теле лексикологияһы һәм стилистикаһы уҡытыусыһы Асия Ғәйнуллина Сибайҙағы 13-сө башҡорт мәктәбендә ҡобайыр әйтеүселәр түңәрәген аса. Был һуңыраҡ йәмәғәт башланғысында эшләгән Сәсәндәр мәктәбен төҙөү өсөн нигеҙгә әүерелә.
– Ошо эште башҡарыуҙа ҡамасауламағандары өсөн ҙур рәхмәт. Мәктәптә тәрбиәләнеүселәр Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдәге ҡырҡтан ашыу фестивалдә ҡатнашып, башҡорт халҡының мәҙәниәтен, республикабыҙҙы танытыуға булышлыҡ итте. Башта был эште үҙемдең аҡсаға атҡарҙым. Ә хәҙер Рөстәм Зәки улының ярҙамы менән мәктәбебеҙ яңы һулыш ала, — тине сәсәниә.
20 йыл эсендә мәктәптә 80-дән ашыу студент, 20-гә яҡын оло йәштәге сәсән оҫталыҡ туплаған. Йәштәр башҡорт, урыҫ һәм инглиз телдәрендә эпостарҙы яттан һөйләй, ҡобайыр һәм мөнәжәт әйтә.
– Уҡыусыларымдың һәр береһе менән ғорурланам, – ти Асия Ғәйнуллина. – Сәсән – ул башҡарыусы ғына түгел, ә халыҡ педагогикаһы йолаларын да таратыусы. Элегерәк сәсәндәр йәш быуынға үҙ оҫталығын тапшырырға тырышҡан, матди ярҙам күрһәтеүҙе һорамаған.
Төрлө бәйгеләрҙә еңеү яулаған Зөбәржәт Әминева, Розалия Ҡаҙаҡбаева, Илүзә Иҙрисова, Баязит Ғәйнуллин, Рөстәм Садиҡов тиҫтерҙәре араһында айырыуса ҙур абруй ҡаҙанған. Мәктәпте тамамлағандарҙың күптәре Сибайҙа ҡалып, остаздарына ярҙам итә. Әлиә Әминева, Виталий Колесников, Рөстәм Садиҡов үҙҙәре уҡыусыларға белем бирә.
– Йәштәрҙең халыҡ ижадына һалынған тәрән йөкмәткене аңлауы ҡыуаныслы. Ҡайһы саҡта йөкмәтке үҙенсәлектәре бик нескә була. Эпосты икенсе телдә һөйләгәндә тап ошо телдә уға аңлатма биреү ҙә мөһим. Әгәр уны инглизсә һөйләйһең икән, аңлатмалар ҙа инглиз телендә булырға тейеш, — ти Асия Солтан ҡыҙы.
Әйтеш бәйгеләрендә йәштәр айырыуса әүҙем ҡатнаша. 2010 йылдан “Урал батыр” эпосы көнө аҙналыҡҡа, һуңыраҡ Эпос декадаһына әүерелде. Былтырҙан башлап бәйгегә Сибайҙағы балалар баҡсалары ла ҡушылды. Кескәйҙәр “Урал батыр”ҙан өҙөктәрҙе яттан һөйләй. Быйыл конкурста ҡатнашыусылар һаны 400-ҙән артты. Киләһе йылдан “Урал батыр” эпосы декадаһын үткәреү тәжрибәһе бөтөн республикаға таратыласаҡ.
Сибай сәнғәт колледжында тиҙҙән бюджет нигеҙендә “Халыҡ художество ижады” йүнәлеше буйынса уҡырға ҡабул итеү ойошторола. Яңы белем биреү программаһын лицензиялау йәһәтенән эш дауам итә, шулай уҡ “эпостарҙы өйрәнеү”, “өзләү” һәм “импровизация” эш программалары әҙерләнә. 2016 йылда йәштәрҙе ошо төркөмдәргә йыйыу күҙаллана. Программала “Башҡортостандың халыҡ сәсәне” исемен тергеҙеү ҡарала. Ул һуңғы тапҡыр 1944 йылда Мөхәмәтша Буранғоловҡа бирелгән.
– Глобалләшеү шарттарында мәҙәниәтебеҙҙең күп кенә үҙенсәлектәренә юғалыу хәүефе янай. Эпостарҙы белгән кешеләр әлегә бар, заманса техниканың мөмкинлектәре бик ҙур, илебеҙҙәге ғилми-тикшеренеү институттарында архив яҙмалары һаҡлана. Эпосты яттан һөйләү оҫталығын өйрәнеү, уны таратыу ҡулдан килерлек эш тип уйлайым, – ти Сибайҙағы Сәсәндәр мәктәбе етәксеһе Асия Ғәйнуллина. – “Урал батыр” үҙәге Рәсәйҙәге күп быуатлыҡ йолаларға эйә булған күсмә халыҡтар мәҙәниәтен һаҡлап ҡалыуға, үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк. Республика етәкселегенең иғтибары һөҙөмтәһендә башҡорттарҙа юғалыу алдында торған сәсәнлек йолалары яңы һулыш алыр тип ышанам.
Республикабыҙҙа “Урал батыр” эпосын “Башҡорт Уралы” биорезерваты составында ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә индереү йәһәтенән эш алып барыла. Бындай тәжрибә илебеҙҙең башҡа төбәктәрендә лә бар. 2005 йылда ЮНЕСКО саха халҡының “Олонхо” эпосын кешелектең матди булмаған мәҙәни мираҫы байлығы тип иғлан итте. Саха Республикаһында ошо эпосты һаҡлауға, өйрәнеүгә һәм таратыуға йүнәлтелгән махсус программа эшләнгән. Уға ярашлы, “Олонхо ере” инновация проекты тормошҡа ашырыла, эпосты өйрәнеү буйынса халыҡ-ара үҙәк асылған. Ҡалмыҡстанда күп йылдар инде “Джангар” эпосына арналған халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференция, “Джангарчи” бәйгеһе уҙғарыла, эпосты өйрәнеү үҙәге эшләй.
Автор: Р. ХӘСӘНОВ.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Благотворительный фонд «Мирас» подвел творческие итоги 2016 года
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Өфө Рудольф Нуриев исемендәге Халыҡ-ара фестивалгә әҙерләнә
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһендә - «Ай тотолған төндә» операһы
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Мәскәүҙә сығыш яһай
Шишәмбе, 06 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө