Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
«Урал моңо-2012» гала-концерты үтте
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Дүшәмбе, 28 май 2012
«Урал моңо-2012» гала-концерты үтте
Республикала хәҙер ун алтынсы тапҡыр «Урал моңо» төрки йәштәренең конкурс-фестивале уҙғарылды. Ошо ваҡыт арауығында ул әллә күпме ижадсыға ныҡлы ҡанат ҡуйҙы. Ике йылға бер үткәрелгән күркәм сараны республикабыҙ халҡы көтөп ала. Ни тиһәң дә, фестиваль төрлө халыҡ вәкилдәренең ҡабатланмаҫ сығышы менән күптәрҙең күңелен әллә ҡасан уҡ арбап өлгөргән.
Быйылғы фестивалдә 50 конкурсант ҡатнашырға теләк белдерҙе. Дағстандан, Ҡабарҙа-Балҡар, Тыва, Татарстан, Ҡырғыҙстан, Яҡутстан, Ҡаҙағстан, Үзбәкстандан, Алтай, Кемерово өлкәһенән, Ставрополь өлкәләренән йыр-моңға ғашиҡтар йыйылды.
Төрки халыҡтарының телдәрендә генә түгел, мәҙәниәтендә лә уртаҡ һыҙаттар бар. Илдәр тарҡалып, тығыҙ аралашыу мөмкинлеге кәмегәндә, ошондай саралар беҙҙе берләштереүҙә күпер булып тора ла инде.
«Урал моңо-2012» фестивалендә ҡатнашыусылар республикалағы күркәм мәҙәни сараларҙан да ситтә ҡалманы. Бүздәк районында һабантуй байрамында булдылар, ә Иглиндә ҙур концерт программаһы менән сығыш яһанылар.
26 майҙа «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында программаның иң сағыу өлөшө — Гала-концерт үтте. Унда еңеүселәрҙе тәбрикләнеләр. Быйылғы фестивалдә гран-приҙы Ҡаҙағстандан Нурбол Балапанов яуланы. Еңеүсегә диплом һәм 3 мең доллар күләмендә аҡсалата премия тапшырылды.
Фотогалереяға күсергә
«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» порталы
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө