Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
«Урал моңо-2012» конкурс-фестивале башланды
Карта учреждений и афиш
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 25 май 2012
«Урал моңо-2012» конкурс-фестивале башланды
24 майҙа Өфөлә төрки йәштәрҙең XVI «Урал моңо» конкурс-фестивале башланды. Башҡорт дәүләт филармонияһында бәйгенең беренсе туры үтте. «Башинформ» агентлығында матбуғат конференцияһында Республика халыҡ ижады үҙәге етәксеһе Байрас Ишбирҙин хәбәр итеүенсә, конкурстан тыш, артистарҙы мәҙәни программа ла көтә: Иглин районына ҙур концерт менән барыу, теплоходта йөрөү, Бүздәк районында үтәсәк һабантуйҙа ҡатнашыу.
«Урал моңо — 2012» гала-концерты 26 майҙа 18 сәғәттә «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында үтә. Инеү – саҡырыу билеттары буйынса. Интернет менән ҡулланыусылар концертты WWW.URALMONO.RU сайтында ҡарай ала. Гран-при яулаусы, төп наградаларҙан тыш, ТӨРКСОЙ-ҙан махсус приз — өс мең АҠШ доллары аласаҡ.
Йола буйынса йыр марафонында Ҡабарҙы-Балҡарҙан, Дағстандан, Ҡаҙағстандан, Башҡортостан, Хакасия, Тува, Алтай, Татарстан, Ҡырғыҙстан, Төркмәнстан, Саха (Якутия), Сыуашстан, Төркиәнән, Үзбәкстандан һәм Ҡарасәй-Черкес Республикаһынан йырсылар һәм ижади коллективтар, бөтәһе 50 кеше: 24 солист һәм 4 төркөм ҡатнаша.
Фестивалдә быйыл Башҡортостан данын Өфө ҡалаһынан «Арғымаҡ», «Латин кварталы» төркөмдәре, шулай уҡ Аралбаев Иҙел, Миһманов Илнур, һәм Учалы ҡалаһынан Усманов Илдар яҡлаясаҡ.
— Бер сәхнәлә барлыҡ төрки телле халыҡтарҙы йыйырға теләр инек, — тип фестивалдең маҡсатын иҫкә төшөрҙө Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев.
— Беҙҙең фестивалдең мөхите башҡаларҙыҡынан айырылып тора, — тине ижади конкурс жюрийы рәйесе композитор Урал Иҙелбаев. – Уның маҡсаты – конкурентлы көрәш түгел, ә дуҫтарса йылы мөнәсәбәттәрҙе һаҡлап ҡалыуҙа.
Журналистар менән осрашыуҙа артистар ҙа булды. Төрки илдәр делегаттары милли костюмдарҙа килеп, осрашыуҙа ҡатнашыусыларҙы үҙҙәренең туған телдәрендә сәләмләне.
Фотогалереяға күсергә
«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» порталы
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Благотворительный фонд «Мирас» подвел творческие итоги 2016 года
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
Яңылыҡтар
Өфө Рудольф Нуриев исемендәге Халыҡ-ара фестивалгә әҙерләнә
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһендә - «Ай тотолған төндә» операһы
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Мәскәүҙә сығыш яһай
Шишәмбе, 06 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө