«Урал моңо» конкурс-фестиваленең һайлап алыу туры дауам итә

«Урал моңо» конкурс-фестиваленең һайлап алыу туры дауам итә
Төрки йәштәренең халыҡ-ара «Урал моңо-2012» конкурс-фестиваленең һайлап алыу туры башланды. Был сара беренсе тапҡыр 1991 йылда Өфөлә Башҡорт йәштәренең республика конкурс-фестивале кимәлендә үткәрелә. Конкурс република эсендә генә түгел, ә унан тыш та ҙур резонанс ала. 1994 йылда конкурс Халыҡ-ара (шул уҡ йылда Гран-приға Ҡабарҙы-Балҡар республикаһынан «Алмасты» төркөмө лайыҡ була ) статусын ала һәм масштаблы төрки йәштәренең халыҡ-ара музыка ижад конкурс-фестиваленә әйләнә. 
Халыҡ-ара конкурс-фестиваленең ойоштороусылары: ТЮКСОЙ халыҡ-ара ойошмаһы, БР Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге. 
Төрки телле йәштәре араһында заман милли музыка ижадын пропагандалау, төрки телле халыҡтарының милли ғөрөф-ғәҙәттәрен һәм мәҙәниәтен һаҡлап ҡалыу, йәш башҡарыусыларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү - конкурс-фестивалдең төп маҡсаттары булып тора. 
2012 йылдың 5-6 апрелендә Инвалидтарҙың ижад йортонда (Өфө ҡалаһы, Кустарная урамы, 17) «Урал моңо» конкурсының Башҡортостан башҡарыусылары өсөн һайлап алыу туры үтәсәк.
Һәр ҡатнашыусы ойоштороусылар адресына башҡарыласаҡ ике йырҙың фонограммаһын (плюс) үҙ телендә, йырҙың һүҙҙәре тексын һәм рус теленә тәржемәһен (башҡа төбәктәрҙән, илдәрҙән килгән башҡарыусылар) ебәрергә тейеш. Һайлап алыу турын үтеүселәргә алдан саҡырыу ҡағыҙы ебәреләсәк.
Ҡатнашыу өсөн заявкалар 24 апрелгә тиклем ҡабул ителә.
«Урал моңо-2012» конкурс-фестивален 24-26 майҙа үткәреү планлаштырылған.
Заявкалар Өфө ҡалаһы, Зәйнәб Биишева, 17/2, (Республика халыҡ ижады үҙәге) адресы буйынса ҡабул ителә. 
тел./факс: 8 (347) 289-62-00,  телефоны аша белешмә алырға мөмкин.
«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» порталы 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb