Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Ут күршеләр ҡыуаныс алып килде
Карта учреждений и афиш
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 09 декабрь 2016
Ут күршеләр ҡыуаныс алып килде
Элек-электән халҡыбыҙҙа матур бер йола йәшәй: ауыр саҡта ла, ҡыуаныс кисергәндә лә ике күрше һәр саҡ бергә, ярҙамлашып, татыу донъя көтә. Шуныһы шатлыҡлы: бындай матур күренеш ауыл ерендә генә күҙәтелмәй, ә ҡала, райондар араһында ла дауам итә. Күптән түгел әбйәлилдәр, ошо традицияға тоғро ҡалып, Сибай ҡалаһына ҙур концерт менән килде һәм, Мәҙәниәт йылына бағышлап, күршеләренә йыр-моң өләште, дәртле бейеүҙәр күрһәтте, дуҫлыҡ күперен нығытты.
Район һәүәҫкәрҙәренең “Әбйәлил биҙәктәре” тип аталған сығышы ысын мәғәнәһендә сәнғәт һөйөүселәр өсөн ҙур асыш булды. Әйтерһең дә, сәхнәлә ижади коллективтар түгел, ә Әбйәлил халыҡ филармонияһы сығыш яһай. Бөтә Рәсәй һәм республика конкурстары лауреаты, “Иҙел буйы-2013” хор һәм вокаль ансамблдәр конкурсының гран-при эйәһе булған район мәҙәниәт һарайының халыҡ хоры (етәксеһе — Заһит Ғәбитов) сығышы менән асылып китте сағыу тамаша. Артабанғы сығыштарҙың да һәр береһе профессиональ юғарылыҡта булыуы менән хайран ҡалдырҙы, сәхнә кейемдәренең сағыулығы күҙҙе ҡамаштырҙы. 117 кешене туплаған коллективта төрлө быуын һәүәҫкәрҙәренең ҡатнашыуы – үҙе бер ғәжәп үҙенсәлекле күренеш. Мәҫәлән, Байым мәҙәниәт йортоноң “Күбәләк биҙәктәре” бейеү ансамбле инәйҙәрендә йәштәрсә дәрт тә, ололарса аҡыл да ярылып ята. Сәхнәгә ғашиҡ өлкәндәр үҙҙәренә махсус күлдәк тектереп, таҡмаҡтар сығарып, концертта ҡатнашырға дәрт иткән.
Һүҙ юҡ, Әбйәлилдә сәнғәткә ғашиҡ кешеләр йәшәй. Бында етәкселәр ҙә мәҙәниәтте үҙ итә, даими ярҙам күрһәтә. Шулай булмаһа, һәр мәктәптә тиерлек бейеү түңәрәктәре ойошторолор инеме?! Йыл һайын район күләмендә үткән “Байыҡ” бейеү конкурсы ғына ни тора! Әбйәлилдә бейемәгән кеше юҡ, тигән һүҙ ҙә хаҡтыр, күрәһең. Ошоға ҡеүәт өҫтәп, яҡташтарҙың йыл һайын “Байыҡ” республика телевизион бейеү бәйгеһендә гран-при яулауын әйтеү ҙә етә. Ә халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй, республика конкурстары лауреаты, ЮНЕСКО ҡарамағындағы халыҡ-ара ассоциация ағзаһы, Ким Әхмәтйәнов исемендәге премия лауреаты булған “Йәшлек” халыҡ бейеүҙәре ансамбле хаҡында әйтеп тораһы ла юҡ.
Район хакимиәте башлығы Рим Сыңғыҙовтың мәҙәниәт өлкәһенә ҙур ярҙам күрһәтеүен яҡташтары яҡшы белә. Тап етәксенең тырышлығы менән һәр ансамбль өсөн сәхнә костюмдары тектерелгән, төрлө конкурстарҙа ҡатнашыу мөмкинлеге тыуҙырылған, мәҙәниәт йорто, ауыл клубы һәм мәктәптәрҙә йыр, ҡурай, бейеү түңәрәктәре һаҡланып ҡалған, мәҙәниәт усаҡтарын ремонтлау өсөн аҡса даими бүленә, музыка ҡоралдары һатып алына, яңы бейеүҙәр һалыу өсөн белгестәр саҡырыла. Район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Гөлшат Лавренованың тынғыһыҙлығы һәм талапсанлығы һөҙөмтәһендә бөгөн һәр ауылда мәҙәниәт усаҡтары гөрләп эшләй. Башҡа райондарҙа клубтар ябылған мәлдә, бында, киреһенсә, яңылары асыла. Тап шулай берҙәм һәм маҡсатлы эш алып барыуҙың матур күренеше, күркәм һөҙөмтәһе булды ла инде Сибайҙағы сағыу тамаша.
Автор: Кәримә УСМАНОВА.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Благотворительный фонд «Мирас» подвел творческие итоги 2016 года
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
Яңылыҡтар
Ҡурайсы Рушан Биктимеров "алтын" юбилейын сәхнәлә ҡаршылай
Дүшәмбе, 03 февраль 2025
|
Тулыраҡ >
Профессор Ғабдулла Ғиләжевтең хәтер кисәһе тыуған ауылында уҙҙы
Шәмбе, 01 февраль 2025
|
Тулыраҡ >
Бүздәк районындағы китапхана Факиһа Туғыҙбаева исемен йөрөтәсәк
Йома, 31 январь 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө