«Вазифаһынан бушатылған»

«Вазифаһынан бушатылған»

Режиссер Владимир Тумаев баш ҡаланың «Родина» кинотеатрында ошо исемле фильмын тәҡдим итте. Унда Бөйөк Ватан һуғышы йылдары һүрәтләнә.
Владимир Тумаевтың «Вазифаһынан бушатылған» фильмын Никита Михалковтың «Сүллектәге аҡ ҡояш» киноһына оҡшатыусылар ҙа бар. Бәлки шуның өсөн дә уны зәңгәр экрандарға сығарыу кисектерелеп килгәндер, ти фильмда төп геройҙарҙың береһен башҡарыусы актер.
Александр Михайлов фильмды төшөргәндә килеп сыҡҡан ҡыҙыҡлы хәлдәр тураһында һөйләне. Тамаша йыр һәм шиғыр менән үрелеп барҙы.
Владимир Тумаевтың сираттағы фильмы һуғыш темаһына мөрәжәғәт итә. Режиссер дәһшәтле һуғыштың кеше яҙмышына ни тиклем тәьҫир итеүен күрһәтә. Бында төп герой мең төрлө һынауҙар үтә.
Рота лейтенанты һәм рядовойға вазифаһынан бушатылған йәш лейтенантты хәрби трибуналға алып барырға ҡушыла. Әммә улар бойороҡто һуңлап үтәп, ҡурҡаҡлыҡта ғәйепләнә. 
Владимир Тумаевтың һуғыш темаһына арналған фильмы тамашасыларҙа тик ыңғай тәьҫораттар ғына ҡалдырҙы.

Сығанаҡ: tv-rb.ru/bash

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb