Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Виртуоз ҡурайсы Роберт Юлдашев «Ел көйө» - «Музыка ветра» тигән яңы программаһы менән сығыш яһаясаҡ
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 25 январь 2013
Виртуоз ҡурайсы Роберт Юлдашев «Ел көйө» - «Музыка ветра» тигән яңы программаһы менән сығыш яһаясаҡ
Танылған ҡурайсы Роберт Юлдашев «Курайсы» төркөмө менән Учалы һәм Белорет ҡалаларында яңы концерт программаһын күрһәтәсәк.
Роберттың концерттарын Башҡортостан халҡы ҙур ҡыуаныс һәм эске тулҡынланыу менән көтөп ала. Был үҙенсәлекле турне-концертта, Роберттың башҡарыуында ҡурай көйөн яратыусылар, популяр сит ил музыка өҙөктәрен һәм Ҡазанда үткән «Сотворение мира-2011» рок фестивалендә башҡарылған композицияларҙы ишетәсәк. Шулай уҡ концертта Роберт Юлдашев Башҡорт халҡы көйҙәренең тарихы, боронғо башҡорт музыка ҡоралының була торған мөмкинселектәре менән таныштырып үтәсәк. Ни өсөн был концерт үҙенсәлекле һуң, яуап бына нимәлә: тап ошо концертта Роберт һигеҙ ҡурайҙа сығыш яһаясаҡ – уларҙың етеһе ағастан эшләнгән булһа, береһе ҡамыштан. Әлеге көндә, профессиональ ҡурайсылар алты ҡурайҙа уйнайҙар, уларҙың һәр береһенең үҙенең тоналлеге бар.
Роберт Юлдашев Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәй һәм донъя киңлектәрендә лә оло популярлыҡ яулай. Ул Владимир Спиваков һәм уның Рәсәй виртуоздары”, Николай Носков, Гарик Сукачев, Пелагея кеүек Рәсәй йондоҙҙары менән бер сәхнәлә сығыш яһап, милли музыка ҡоралыбыҙҙы данланы, уның мөмкинлектәренең сикһеҙлеген танытты.
Ҡурайҙың Башҡортостан киңлектәренән сығып, донъя гиҙеүе өсөн Роберт Юлдашевҡа афарин тип әйтергә генә ҡала. Әйткәндәй, яңыраҡ ҡына данлыҡлы ҡурайсы донъяның иң мәшһүр театры Ла-скала сәхнәһендә популяр опера йырсыһы, яҡташыбыҙ Илдар Абдразаҡов, Испания ҡалаларында Милли симфоник оркестры менән сығыш яһаны һәм тамашасыларҙың һушын алып, ҡурайға ғашиҡ иттерҙе.
Роберт Юлдашевтың ижадын яратыусылар 4–се февралдә Учалы ҡалаһында, 5–се февралдә Белорет ҡалаһында Ел көйө «Музыка ветра» тип аталған концертын тыңлай аласаҡ.
«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» порталы
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө