Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
“Волга менән Урал араһында” радиожурналы — Рәсәйҙең ете төбәген берләштереүсе проект.
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шишәмбе, 02 октябрь 2012
“Волга менән Урал араһында” радиожурналы — Рәсәйҙең ете төбәген берләштереүсе проект.
“Волга менән Урал араһында” радиожурналы киләһе йылда 55 йыллығын билдәләйәсәк. Ошо ваҡиға сиктәрендә Өфөлә радиожурналдың коллегияһы ултырышы булды. Сараға тип килгән Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиотапшырыуҙар компаниялары филиалдары етәкселәре менән Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов осрашты.
“Волга менән Урал араһында” радиожурналы — Рәсәйҙең ете төбәген берләштереүсе проект. Унда Башҡортостан, Татарстан, Сыуашстан, Удмуртстан, Мордовия, Мари Иле, Коми республикалары инә. Элекке СССР биләмәһендә һаҡланып ҡалған берҙән-бер радиожурналда төбәктәрҙең ижтимағи-сәйәси, социаль-иҡтисади һәм мәҙәни тормошо яҡтыртыла. Милләт-ара һәм конфессия-ара мөнәсәбәттәргә, республикаларҙың туған телен һәм мәҙәниәтен һаҡлау мәсьәләләренә ҙур иғтибар бүленә.
Президент менән осрашыу ваҡытында ла ошо темалар өҫтөнлөк итте. Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһының төбәк департаменты етәксеһе Рифат Сабитов билдәләүенсә, уларҙың эфир сәйәсәте халыҡта ыңғай кәйеф булдырыуға йүнәлтелгән.
— Журнал үҫергә тейеш. Был йәһәттән беҙ Башҡортостан етәкселегенең ярҙамын тоябыҙ. Илдәге милли мөнәсәбәттәр бөгөн бик мөһим. Шуға күрә милли телдәрҙәге тапшырыуҙарға ҙур иғтибар бүләбеҙ. Көн һайын 54 телдә тапшырыуҙар күрһәтелә, донъяла башҡа бер ерҙә лә бындай тәжрибә юҡ, — тине Рифат Сабитов.
Башҡортостан Президенты ла радиожурнал етәкселеге менән яҡшы мөнәсәбәттәр булдырылыуы тураһында әйтте.
— Беҙ дөйөм маҡсатҡа хеҙмәт итәбеҙ. Иҡтисад, сәйәсәт, социаль өлкә үҫешенән тыш, киң мәғлүмәт сараларына ла ҙур иғтибар бүләбеҙ. “Волга менән Урал араһында” радиожурналы менән артабан да эшләргә йыйынабыҙ, сөнки Рәсәй халыҡтарының барлыҡ үҙенсәлектәрен дә күрһәтеү мөһим, — тине Рөстәм Зәки улы.
Аралашыу дуҫтарса йылы мөхиттә үтте. Һәр кем үҙенең төбәгендәге хәлде һөйләне, тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Төбәк телеканалдары эше, уларҙы үҫтереү тураһында ла һүҙ булды.
Ә. ӘЙҮПОВА.
http://bashgazet.ru/kultura-i-literatura/5317-volganan-uralasa.html
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө