30 ноябрҙә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Вәхит Хызыровтың концерты үтә.
Йырсы менән бергә был көндө сәхнәгә билдәле йырсылар Флүрә Килдиәрова, Искәндәр Ғәзизов, Рөстәм Шаһибалов, Индира Әсәҙуллина, Руслан Сәйфетдинов, Вадим Зәкиев сығасаҡ. Улар башҡарыуында тамашасылар популяр классик һәм эстрада әҫәрҙәрен, башҡорт халыҡ йырҙарын ишетәсәк.
Билдәле булыуынса, Вәхит Хызыровтың ижадын республикабыҙҙа ғына түгел, Рәсәйҙән ситтә лә лайыҡлы баһалайҙар. Уны Германияла, Швейцарияла, Бельгияла, Австрияла, Төркиәлә алҡышлап ҡаршыланылар. Етмәһә, Вахит Хызыров — ҙур юбилейҙарға һәм тантаналы даталарға арналған концерттарҙа даими ҡатнашыусы. Уның тауышы Өфөлә башҡорттар Ҡоролтайын асҡанда, Мәскәүҙә Башҡортостан көндәрен асыуға арналған концертта, камерный һәм симфоник музыка фестивалдәрендә яңғыраны.
Йырсы репертуарында классика: операларҙан ариялар, көнбайыш, рус композиторҙарының йырҙары һәм романстары киң бирелгән. Бынан тыш, Вәхит Ғәлибай улы республиканың төп композиторҙары менән тығыҙ ижади бәйләнештә эшләй, йыш ҡына уларҙың яңы әҫәрҙәрен беренсе булып башҡара.
Башҡарыусының ижадында башҡорт халыҡ йырҙары айырым бер урын биләй. Белгестәр фекеренсә, ул милли фольклорҙы тәрән тойоусы һәм белеүсе, уның иң яҡшы интерпретаторҙарының береһе булып тора.