Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Вәлит Илембәтовтың юбилей кисәһе
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шишәмбе, 21 февраль 2012
Вәлит Илембәтовтың юбилей кисәһе
Көлкө оҫтаһы, Башҡортостандың халыҡ артисы, филология фәндәре кандидаты Вәлит Илембәтовҡа күптән түгел 55 йәш тулды. Был байрамын ул, 24 февралдә Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында үткәрәсәк.
Күптәр уға исеме менән түгел, ә Ҡыҙыҡ тип өндәшә. Сатира һәм юмор өлкәһендә үҙен күптән инде оҫта артист итеп танытҡан Вәлит Илембәтовты халыҡ яратып та, хөрмәт йөҙөнән дә, үҙ итеп тә шулай атай.
Уның күп яҡлы ижады ҙур баһаға лайыҡ. 20 йылға яҡын «Ҡыҙыҡ-Мәҙәк» эстрада көлкө театрының художество етәксеһе вазифаһын башҡара. Тиҫтәләгән йырҙары башҡорт һәм татар эстрада йырсыларының репертуарына ингән. Мәҫәлән, шулар араһынан «Һары сәскә» (Ф. Килдейәрова), «Хәтер», «Ҡайындар янында» (А. Ғәлимов), «Хыял ҡошом» (Ф. Ҡудашева, Н. Ҡадирова), «Юҡҡа үпкәләгән булып» (Ф. Вәлиәхмәтов), «Тик һинән айырмаһын», «Ғүмерҙәрҙе үлмәҫ йыр итәйек», «Бергә булайыҡ» (Х. Фәрхи) йырҙары халыҡ һөйөүен күптән яулаған инде.
Байрамда Искәндәр Ғәзизов, Резеда Әминева, Артур Туҡтағолов, Миңзифа Исҡужиналар ҡатнаша, шулай уҡ «Ҡыҙыҡ-Мәҙәк» эстрада көлкө театры артистары, Фәрүәз Мөхәмәтшин, Редик Фәсхетдинов, Миңләхмәт Ғәйнетдинов, Тәнзилә һәм Рәйес Ханнановтар, шағир Хәсән Назарҙың ҡатнашыуы көтөлә. Тамашасы хөкөмөнә өр-яңы интермедиялар, шулай уҡ халыҡ яратып ҡараған «Милиционер» интермедияһының дауамын күрһәтеләсәк.
Концертҡа рәхим итегеҙ!
«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» порталы
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө