Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Вәт, исмаһам, “Ҡорос” сыныҡҡан!
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 09 декабрь 2016
Вәт, исмаһам, “Ҡорос” сыныҡҡан!
Ни сыҡһа, ошо М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетынан сыға. Йыл аҙағында улар, Наил Ғәйетбайҙың “Ауылға ҡыҙҙар килде” пьесаһын сәхнәләштереп, Өфө тамашасыһын таң ҡалдырҙы. Әҫәрҙе М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры артисы Илнур Лоҡманов сәхнәгә алып сыҡты, тауыш ҡуйыусыһы — Илшат Зарипов, яҡтыртыусыһы Виталий Соколов булды.
Эштән һуң, йыл аҙағы бит инде, арып-талып, филологтар ролгә нисек ингәнен күрер өсөн барғайным. Ә улар барлыҡ икеләнеүҙәрҙе, йонсоғанды оноттороп, сәхнә тормошо менән йәшәтте. Мәстүрә әбей ролен башҡарған Зөлхизә Сәлихова бар ҡыланыштары менән ауыл әбейҙәрен хәтерләтте. Алға эйелеп йөрөүенә, башын сайҡай-сайҡай һөйләүенә ҡарап торһаң, йәш кенә ҡыҙ бала әбей сүрәтенә ингән тип уйламаҫһың да. Гәзитебеҙҙең авторы, әүҙем студент Гөлнур Хужәхмәтова Рәйлә ролен шундай килештереп уйнаны, әйтерһең, ул тормошта ла уҫал, етәкселек итергә яратҡан ҡыҙыҡай. Режиссер Илнур Лоҡманов йәштәрҙең күңел төпкөлөндә йәшеренгән һәләттәрен аса алған. Хәйбулла булып уйнаған Инсаф Хужабиргәновты күреп, бөтөнләй телһеҙ ҡала яҙҙым. Тыныс ҡына, әллә ни күҙгә ташланып та бармаған егеттең эсендә эйәрле-йүгәнле ат ята икән дабаһа! Ышандым мин, Инсаф-Хәйбулланың әйткәндәренә, ҡылыҡтарына! Илһам Теүәлбаев (Әмир), Азамат Нурғәлин (Әхтәм) кеүек егеттәр шулай уҡ ихласлығы, образдарын оҫта асыуҙары менән арбаны. Әлиә Әбдрәшитова (Нурания), Гүзәл Хаҡова (Кинйәбикә), Гүзәлиә Миңлебаеваларҙы (Ләйсән) бөгөндән артист итеп сәхнәгә сығарырлыҡ!
Вәт, исмаһам, “Ҡорос” сыныҡҡан!Был ни хикмәт: режиссер шундай маһирмы, әллә уҡытыусы ла артист булырға һәм балалар алдында төрлө сүрәткә инеп, алдына ҡуйған маҡсатына ирешергә, рухиәт орлоҡтарын сәсергә бурыслы тигән тәғлимәткә тоғро студенттар сыҡҡанмы майҙанға?! Нисек кенә булмаһын, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының “Ҡорос” фольклор-театр ансамбле Мәҙәниәт йылын уҡыуҙағы ҡаҙаныштары менән генә түгел, ә ижади балҡыш менән тамамланы. Әҙәбиәт йылына аяҡ баҫҡанда, башҡорт драматургының әҫәрен, бәлки, тағы ла сәхнәгә алып сығырһығыҙ, йәштәр?! Яңынан барып ҡарап, тағы ла һеҙ тыуҙырған миҙгелдәрҙә йәшәп алыр инек!
Автор: Л. СИТДИҠОВА.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Башҡортостандың халыҡ артисы Минзилә Ҡотошова юбилейын спектакль һәм гастролдәр менән билдәләй
Кесе йома, 17 апрель 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡорт ҡурсаҡ театры спектаклдәрҙе насар күргән һәм һуҡыр балалар өсөн ҡулайлаштыра
Кесе йома, 17 апрель 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова «Еңеү йыры» флешмобын иғлан итте
Кесе йома, 17 апрель 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө