Бөгөн Өфөлә, бөтә донъяға билдәле рус яҙыусыһы Сергей Довлатов йәшәгән йортҡа иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйыласаҡ. Танылған яҙыусы һәм журналист Гоголь урамындағы 56 йортта йәшәгән. Сергей Довлатовтың тыуыуына быйыл сентябрҙә 70 йыл тулды. Уның әҙәби мираҫын тәнҡитселәр Александр Солженицын, Иосиф Бродский һәм башҡа Рәсәй интеллигенцияһы вәкилдәренең әҫәрҙәре менән бер рәткә ҡуя. Яҙыусының танылған әҫәрҙәре «Компромисс», «Зона», «Заповедник» – бар донъяға билдәле. Башҡортостан Республикаһы өсөн Сергей Довлатовтың юбилейы икеләтә әһәмиәтле, сөнки ул беҙҙең яҡташыбыҙ, үҙенең әҫәрҙәрендә ул был хаҡта бер нисә тапҡыр телгә ала.