Яҙыусы Сафуан Әлибаев Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы лауреаты тигән исемгә лайыҡ булды

Яҙыусы Сафуан Әлибаев Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы лауреаты тигән исемгә лайыҡ булды
Был турала ҡарар Яҙыусылар Союзы ултырышында сығарылды. Ултырышта өс кандидатура тикшерелгәйне, улар араһында Сафуан Әлибаевтан башҡа Әсхәл Әхмәт-Хужа (Әхмәтхужин) һәм Рамзана Абуталипова фамилиялары ла бар ине. Халыҡ ара Г.Х. Андерсен исемендәге дипломант, яҙыусы, шағир Сафуан Әлибаев кандидатураһы өсөн, комиссия ағзалары берҙәм тауыш бирҙеләр.
Һәҙиә Дәүләтшинә исемендәге әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге балалар һәм үҫмерҙәр өсөн дәүләт премияһы 2005-се йылдың 1 октябрендә булдырылғайны. Ошо арала, был премияның лауреаты исеменә, балаларға яҙған әҫәрҙәре өсөн, һигеҙ әҙәбиәтсе лайыҡ булды.
Сафуан Әлибаев үҙенең ижады тураһында, 1968 йылда үҙенең балалар өсөн яҙған шиғырҙары аша ишеттергәйне. Уның беренсе балалар өсөн шиғырҙар йыйынтығы «Ҡояш – беҙҙең юлдаш», аҙаҡтан «Радуга» шиғыр йыйынтығы (1970), «Йырларға ваҡыт» (1981), «Көнбағыштар » (1971), «Мәктәп юлы» (1978), «Кем яҙҙы алып килде?» (1983) һ.б. йырҙар, шиғырҙарҙан төҙөлгән «Тылсымлы шар» китабы, 1996 йылда Балалар өсөн яҙылған иң уңышлы китап дәрәжәһенә лайыҡ булды, ә шағир үҙе Г.Х. Андерсен исемендәге дипломға лайыҡ булды. «Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» порталы

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb