Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Яҡты киләсәккә ышанабыҙ
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шаршамбы, 10 октябрь 2012
Яҡты киләсәккә ышанабыҙ
Башҡортостандың Дәүләт суверенитеты тураһындағы декларацияһы ҡабул итеүгә иртәгә 22 йыл тула. Уны, һәр ваҡыттағыса, халҡыбыҙ киң билдәләй, баш ҡалала һәм райондарҙа төрлө саралар ойошторола. Йола буйынса байрам тантаналары Дуҫлыҡ монументына сәскә һалыуҙан башланды. Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй дәүләтенә ҡушылыуына 400 йыл тулыуҙы байрам итеү иҫтәлегенә төҙөлгән монументҡа сәскәне Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев һәм Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов һалды.
Байрамдың тантаналы өлөшө Конгресс-холда булды. Унда Рәсәй Дәүләт Думаһы һәм Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары, федераль һәм төбәк башҡарма власть органдары етәкселәре, район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтары, милли-мәҙәни үҙәктәр етәкселәре, дин әһелдәре, ғалимдар һәм башҡалар йыйылды.
Тантана байрам концерты менән тамамланды. Үҙ ижадына ҡарата тейешле баһа алыу — һәр кем өсөн шатлыҡлы күренеш. Бар булмышын халыҡтың рухиәтен байытыуға арнаған шәхестәрҙе тәбрикләү — республикабыҙҙа элек-электән килгән күркәм йола. Кисә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһының 2012 йылғы лауреаттарын тәбрикләне. Быйыл абруйлы премияға «Ыласындар оса бейектә» китабы өсөн филология фәндәре докторы, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт теле һәм уны уҡытыу методикаһы кафедраһы профессоры Рәшит Шәкүр, «Тарихи мөхит» телевизион проекты өсөн «Башҡортостан» телерадиотапшырыуҙар компанияһының танып белеү программалары редакцияһы етәксеһе Салауат Хәмиҙуллин, «Алдан алтыны» китабы өсөн яҙыусы Камил Йыһаншин лайыҡ булды.
— Халҡыбыҙҙың милли геройы исемендәге Башҡортостандың төп премияһы 45 йыл элек булдырылды, — тине ҡотлау телмәрендә Президентыбыҙ Рөстәм Хәмитов. — Беренселәрҙән булып мәртәбәле бүләккә балетмейстер Фәйзи Ғәскәров, композитор Заһир Исмәғилев, шағир Мостай Кәрим, яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшина лайыҡ тип танылды. Сығанаҡ:
«Башҡортостан» гәзите
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө