Яҡтылыҡ һәм изгелек йырсыһы

Яҡтылыҡ һәм изгелек йырсыһы
Халҡыбыҙҙың бөйөк улы Мифтахетдин Аҡмулланы шулай атайҙар. Бөтә төрки донъяһында халыҡ шағиры һәм мәғрифәтсеһе булып танылған шәхестең ижади мираҫына иғтибар бөгөн дә кәмемәй. Башҡортостанда Халыҡ-ара Аҡмулла көндәре үтте.
Филология фәндәре докторы Әхмәт Сөләймәнов Аҡмулланың тормош юлына бәйле яңы ҡыҙыҡлы мәғлүмәт менән таныштырҙы.
Аҡмулланың бер генә ҡулъяҙмаһы ла беҙҙең көндәргә килеп етмәгән, тип әсенә Әхмәт Сөләймәнов. Уның әҫәрҙәрен беҙ халыҡ, йәғни сәсәндәр эшкәртеүендә күрәбеҙ. Ғәрәп, фарсы һүҙҙәре бөгөнгө варианттарҙа юҡ тиерлек. Әммә бөйөк шағирҙың ижади мираҫының асылы бер. Бер яҡтан, шәрҡиәт шиғриәтенең иң яҡшы традицияларын дауам итеүсе, икенсе яҡтан, поэзияны мәғрифәтселек идеялары менән байытыусы тип беләләр Аҡмулланы.
Халыҡ-ара Аҡмулла көндәрендә уның ижады, биографияһы тәрәнерәк өйрәнелде. Әҫәрҙәренең донъя телдәренә - инглиз, немец, ғәрәп, француз телдәренә иң яҡшы тәржемәһе конкурсына йомғаҡ яһалды. Түңәрәк өҫтәл, әҙәби кисә һәм башҡа сараларҙа Мәскәү, Һарытау ҡалаларынан, Ҡаҙағстан һәм Төркиә илдәренән дә ҡунаҡтар ҡатнашты.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb