Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Яңы китап!
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 09 декабрь 2016
Яңы китап!
Башҡорт телендәге әҙәби-художестволы баҫмаға башҡорт журналисының повестары тупланған. Унда һүҙ арабыҙҙа йөрөүсе замандаштарыбыҙ, уларҙың уй-фекерҙәре, эш-ғәмәлдәре тураһында бара.
«Йәйге селлә»
повесының төп геройы ─ Морат Ҡондоҙбаев. Бик талантлы, ярайһы уҡ популяр журналист. Әммә тура һүҙе һәм журналистиканың төп принциптарына тоғро ҡалыуы арҡаһында эштән китергә мәжбүр. Ғаиләһе лә тарҡала, дуҫтарын да юғалта. Ошондай ҡатмарлы бер мәлдә яҙмыш уға сағыу мөхәббәт бүләк итә... Был ғәмәлдә мөхәббәт тураһындағы әҫәр.
"Бөркөтсө"
мажаралы повесы бөгөнгө башҡорт ауылы, башҡорт йәштәренең еңел булмаған яҙмышы тураһында. Бәләкәй генә ауыл янынан аҡҡан йылғаны быуып эргәләге ҡала предприятиелары плотина төҙөй башлай. Был плотина ауылды һыу баҫыу менән янай. Мафиоз ойошмалар ҡатнашҡан был проектты нисек туҡтатырға? Әлбиттә, улар барлыҡ инстанцияларға мөрәжәғәт итеп ҡарайҙар, әммә һөҙөмтәһе булмай. Артабан әҫәрҙә хәл-ваҡиғалар Мәҡсүт исемле егеттең плотинаны шартлатыуы менән дауам итә.
"Бөрйән мажаралары"
повесы урман-таулы ошо төбәктә булған төрлө мистик хәлдәр тураһында. Ул еңел тел һәм юмор менән яҙылған, бер сюжет һыҙығына теҙелегән бер нисә хикәйәне үҙ эсенә ала.
Белешмә өсөн: Нияз Алсынбаев - радиожурналист. Яҙыусылар берлеге ағзаһы. Бер нисә китап авторы. Уның геройҙары ғәҙәти тормошта йәшәй һәм ғәҙеллек өсөн көрәшә. Йыйынтыҡҡа ингән башҡа әҫәрҙәрҙә лә һәр кем үҙен таныр.
Баҫманы Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап" нәшриәтенең фирма магазиндарынан һатып алырға мөмкин.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө