Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Яңы китаптарҙың исем туйы үтте
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 09 декабрь 2016
Яңы китаптарҙың исем туйы үтте
Кисә Яҙыусылар союзында Рауил Шаммастың «Һайланма әҫәрҙәре»нең 1-се томы һәм Дилә Булгакованың «Сиртмәле ҡойо» шиғри йыйынтығының исем туйы үтте.
Сараны Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап" нәшриәте ойошторҙо.
Кисәлә ҡатнашыусыларға нәшриәттә сыҡҡан яңы баҫмалар менән танышыу, авторҙарынан автограф алыу мөмкинлеге булды. Нәшриәт директоры Илһам Йәндәүләтов байрамды асып, авторҙарҙы өр-яңы китаптары менән тәбрикләне.
Күренекле шағир Рауил Шаммастың «Һайланма әҫәрҙәр»нең 1-се томына яңы шиғырҙары һәм поэмалары тупланды. Китаптың беренсе бүлегендә 2010-2014 йылдарҙа ижад ителгән яңы шиғырҙар һәм поэмалар, икенсеһендә төрлө йылдарҙа баҫылған әҫәрҙәр тупланған. Өсөнсө бүлектә Рауил Шаммастың «Уттар», «Йөрәк алмаһы», «Ҡайын һуты», «Ҡыҙыл тоҙ», «Ылау» һәм башҡа поэмалары урын алған.
Рауил Шаммас — изгелекле, яҡты күңелле шағир. Уның лирик геройҙары һәр ваҡыт яҡшылыҡҡа ышана, матурлыҡҡа, ғәҙеллеккә ынтыла. Шағир төрлө темаларға мөрәжәғәт итә, ижады төрлө тарихи дәүерҙәрҙе үҙ эсенә ала. Иң мөһиме — әҫәрҙәрендәге һәр образды, һәр фекерҙе үҙ йөрәге аша үткәрә.
Халҡыбыҙҙың танылған әҙибәһе Дилә Булгакованың сираттағы «Сиртмәле ҡойо» тип аталған йыйынтығына тәрбиәүи эстәлекле шиғырҙары, йырҙары, хикәйәләре, нәҫерҙәре һәм парсалары тупланған. Күңелдәрҙең иң нескә ҡылдарын тирбәткән шиғырҙары-йырҙары Тыуған илебеҙгә, тыуған нигеҙебеҙгә, ата-бабаларыбыҙ мираҫы ─ тыуған телебеҙгә ─ һөйөү уятһа, мауыҡтырғыс сәсмә әҫәрҙәре ҡатлаулы яҙмышлы һәм ҡыйырһытылған барлыҡ йән эйәләренә мәрхәмәтле булырға саҡыра, тәбиғәткә ихтирам тәрбиәләй.
Кисәлә авторҙарҙың туғандары, ижадташ дуҫтары ҡатнашты. Осрашыу ҡурай моңо, килгән ҡунаҡтарҙың байрамдың сәбәпселәренә ҡарата теләктәре, йылы иҫтәлектәренә бай сығыштары менән үрелеп барҙы. Дилә Булгакова башҡарыуындағы шиғырҙар йөрәктәргә үтеп инде, уның һөйләү оҫталығы, телмәр матурлығы барыһын да һоҡландырҙы.
Осрашыу һәр кемдең күңеленә хуш килде. Кисә аҙағында авторҙар автограф менән китаптарын таратты.
Сығанаҡ: нәшриәт сайтынан алынды.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө