Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе яңы ижад миҙгелен ең һыҙғанып башланы.
9 октябрҙә мәҙәниәт усағында Республика көнөнә арналған ҙур театрлаштырылған тамаша буласаҡ!
«Йәшә, дөрлә ғәзиз халҡым!” тип исемләнгән программала спектаклдән өҙөктәр ҡарап, моңло йырҙар тыңлап, дәртле бейеүҙәрҙе күреп шатланырһығыҙ.
Башҡортостандың халыҡ артистары Ниса БАКИРОВА, Рафиға һәм Рауил ГАЛИНДАР, Физәлиә РӘХИМОВА, Альберт ШАҺИЕВ, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Зөлфиә һәм Азамат ХӘЛИЛОВТАР, Илһам РӘХИМОВ, «Гәлсәр һандуғас» бәйгеһе лауреаты Резеда ӘМӘКӘСОВА, шулай уҡ Айҙар ЗАРИПОВ, Рафиҡ ХӘСӘНОВ, Илфир БАЙМЫРҘИН, Марат ЗӨБӘЙЕРОВ, Рәсил СЫНБУЛАТОВ һәм башҡа сәхнә оҫталары һеҙгә яҡшы кәйеф, дәрт-дарман бүләк итәсәк.
Ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн ишектәр асыҡ.
Тамаша 19.00 башлана.