Ялҡынлы һүҙ һеҙҙе сәләмләй

Ялҡынлы һүҙ һеҙҙе сәләмләй
Әҙәбиәт йылын ҡаршылап, донъя классиктарының, башҡорт әҙиптәренең ялҡынлы һүҙҙәре яҙылған баннерҙар баш ҡалабыҙ урамдарына урынлаштырылды. 
Өфө ҡала хакимиә­те­нең телдәр сәйәсәте буйынса бүлеге ҡаланың рек­лама үҙәге менән бер­лектә ат­ҡар­ған был үҙенсәлекле ак­ция күп­тәрҙең күңеленә хуш кил­гәндер, мо­ғайын. Нимә генә тимә, йәнгә тейгес, ялҡытҡыс рекламанан халыҡ арып бөткән. Ә бына аҡыл эйәлә­ренең, күренекле әҙип­тәрҙең фекер­ҙәрен уҡып, кемдер уйға ҡа­лыр, икенселәр фәһем алыр, өсөнсөләрҙең йө­ҙө яҡтырып китер, сөнки әҙә­биәт халыҡҡа яҡтылыҡ, из­ге­лек нурҙары сә­сә! Бан­нер­ҙағы яҙмаларҙан беҙгә Александр Пуш­киндың, Николай Гоголдең, Рәми Ға­риповтың, Ғайса Хөсәйе­нов­тың, Ән­үәр Бикчәнтәевтең һәм баш­ҡа күренекле шәхес­тәр­ҙең ялҡынлы һүҙ­ҙәре ағыла.
Автор: Л. СИТДИҠОВА.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb