Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Яратҡан артисыбыҙ тыуған көнөн билдәләй
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Дүшәмбе, 15 октябрь 2012
Яратҡан артисыбыҙ тыуған көнөн билдәләй
Ошо көндәрҙә Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Фидан Ғафаровҡа 65 йәш тулды.
Фидан Сафа улы Ғафаров 1947 йылдың 12 октябрендә Дүртөйлө районы Яңы Уртай ауылында тыуған. 1965 йылда Өфө сәнғәт училищеһының театр бүлеген тамамлағандан һуң, үҙенең ижади эшен М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында башлап ебәрә һәм бөгөн дә яратҡан тамашасыларын шатландырып арымай-талмай хеҙмәт итә. Фидан Ғафаров башҡарған ролдәр тамашасы күңелендә онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдыра. Ул тыуҙырған образдар - милли театр сәнғәтенең эталоны. Моңло һәм көслө тауышлы артистың һәр йыры халыҡ хитына әйләнде.
Театр сәхнәһендә Ә. Атнабаевтың «Мөхәббәт тураһында йыр» драмаһында Илһам, У. Шекспирҙың «Ромео и Джульетта» трагедияһында (Ш.М. Мортазина ҡуйылышы) Ромео ролдәре менән тәүләп сығыш яһай. Ф. Ғафаров репертуары төрлө жанрлы драма әҫәрҙәрендәге киң темаларға ҡағылған 100-ҙән ашыу ролде үҙ эсенә ала.
Ул башҡарған төп ролдәр: Хәлил (М. Фәйзи «Ғәлиәбаныу»), Искәндәр (Ғ. Ҡотой «Тапшырылмаған хаттар»), Камил (И. Абдуллин «Айһылыуҙың айлы кистәре»), Зөлҡәрнәй (И. Абдуллин «Тиле йәшлек»), Ғәлимйән (Х. Ибраһимов «Башмағым»), Ричард Галин (М. Кәрим «Айгөл иле»), Уҡап (М. Кәрим «Салауат. Өн аралаш төн»), Эрап (М.Кәрим «Ташлама утты, Прометей!»), Мәрәҡим (М. Кәрим «Яҙмыштарҙан уҙмыш бар»), Ҡотләхмәт (М. Кәрим «Ҡыҙ урлау»), Зубков (М. Кәрим «Ярлыҡау»), Һалдат (Ә. Мирзаһитов «Әсәләр көтәләр улдарын»), Булат (К. Тинчурин «Зәңгәр шәл») һ.б.
Талантының тәбиғилеге, лирик хисле булыуы, күңел кисерештәрен нескә асып биреү һәләтлеге менән актер башҡаларҙан айырылып тора. Моңло тауышы тамашасыны әсир итә. 1991 йылда ул үҙенең «Фидан Ғафаров театры» ойоштора.
Фидан Ғафаров РСФСР-ҙың (1984), БАССР-ҙың (1980) һәм Татарстандың (1994) халыҡ артисы, БАССР-ҙың атҡаҙанған (1972) артисы, Республиканың Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты (1981).
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Башҡортостан супергеройҙары: "Самрау батшаның бүләге" спектакле "Урал батыр" эпосын сәхнәгә ҡайтарҙы
Дүшәмбе, 09 июнь 2025
|
Тулыраҡ >
«Урал батыр» эпосының факсимиль күсермәһе Евразия күсмә цивилизациялар музейына тапшырылды
Йәкшәмбе, 08 июнь 2025
|
Тулыраҡ >
"Әйҙә уйнарға" фестивалендә Өфө тураһында уйын менән таныштырҙылар
Йома, 06 июнь 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө