Яҙ һулышынан илһам алып

Яҙ һулышынан илһам алып
Ҡасандыр Сибай яҙыусылар ойошмаһында яҙыусы Таңсулпан Ғарипова ойошторған “Ап-аҡ ҡарҙар” тип аталған уҡыусыларҙың ижад бәйгеһен быйыл Сибай гимназия-интернатында Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Әлнисә Алдырханова-Кәримова уҙғарҙы.
Һуңғы йылдарҙа был конкурс Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, күренекле яҙыусы һәм драматург Таңсулпан Ғарипова призына үтә. Ижад байрамында әҙибәнең ҡатнашыуы, еңеүселәргә мәшһүр “Бөйрәкәй” китабын бүләк итеүе бәйгенең мәртәбәһен арттырҙы, йәш ҡәләм тирбәтеүселәргә ижад ҡомары өҫтәне. Шулай уҡ Сибай институты директоры Зиннур Йәрмөхәмәтовтың махсус бүләген институт хеҙмәткәре Рәүилә Хәсәнова ярышта ҡатнашҡан дүрт сығарылыш уҡыусыһына тапшырҙы, йәш яҙыусы Рәмилә Торомтаева үҙенең китабын “Ирәндек” лицейы уҡыусыһы Айгизә Вәлишинаға, ә “Башҡортостан” гәзитенең махсус бүләге гимназия-интернат уҡыусыһы Нурия Фәтҡуллинаға бирелде.
Конкурс шарттары буйынса, йәш ижадсыларҙың эштәре проза, поэзия һәм публицистика буйынса баһаланды. Быйыл ижад түңәрәктәренең әүҙем ҡатнашыуы, төрлө йыйынтыҡ сығарыуын иҫәпкә алып, баһалама ағзалары уларҙы айырым билдәләп үтте. Иң юғары баһаға Сибай гимназия-интернатының “Аҡ ҡауырһын” әҙәби түңәрәге (етәксеһе — Ә. Алдырханова) лайыҡ булды. Проза буйынса беренселекте Р. Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы уҡыусыһы Миләүшә Аслаева алһа, шиғриәт буйынса Лира Хасаева (9-сы лицей) яуланы. Публицистика буйынса гимназия-интернаты уҡыусыһы Нурия Фәтҡуллинаға тиңләшеүсе табылманы. Өмөтлө йәш ҡәләм оҫтаһы, шиғырҙары республикабыҙҙың гәзит-журналдары биттәрендә йыш баҫылған Шәүрә Туйсинаға гран-при тапшырылды. Таңсулпан Ғарипова, еңеүселәрҙе бүләкләп, уларға ижади уңыштар теләне:
— Ижад бәйгеһендә ҡатнашып, һәр берегеҙ еңеүсе лә булмаҫ, урын да алмаҫ, ләкин еңеүгә тәүге аҙым яһай. Кем алға бара, ул маҡсатҡа юл яра. Сәхнәлә һүҙ һөйләү, майҙан тотоу баланы йәштән шәхес булараҡ әҙерләп үҫтерә. Тос фекерле, үткер ҡәләмле, сәсән телле башҡорт балаларына илһам ҡанаттары ҡуйығыҙ. Артабан да һеҙгә уңыштар юлдаш булһын, йәш ижадташ дуҫтарым! 
Ысынлап та, уҡыусыларға шиғриәттең серле нескәлектәрен, ижадтың татлы ғазабын тойорға ярҙам иткән, уларҙы һәр яҡлап дәртләндергән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының, шул иҫәптән ҡала хакимиәтенең мәғариф бүлеге методисы Айһылыу Моталлапованың да ҙур ролен билдәләп үтеү кәрәк.
Яҙ һулышынан илһам алып, ҡояш үҙенең сағыу нурҙары менән йылытҡан бер мәлдә, Сибай ерендә ижад байрамының үтеүе, киләсәктә бәйгене төбәк-ара кимәлгә алып сығыу хаҡында ҡарар ҡабул ителеүе был төбәктә йәш ижадсыларҙың күп булыуы хаҡында һөйләй, тимәк, әҙәбиәтебеҙгә йәш көстәр, яңы тауыштар килә. Ҡасандыр талантлы яҙыусы Таңсулпан Ғарипова тоҡандырған ижад шәме һүнмәйәсәк, балҡып яныуын дауам итәсәк. 
Бәйгеселәрҙе йылы ҡаршылап, байрам рухы тыуҙырған, йыр-моң бүләк иткән Сибай гимназия-интернат коллективы (директоры — Р.Х. Бикбова) оло рәхмәткә лайыҡ. Әҙәби ижад менән мауыҡҡан балалар илһамланып, күңелдәре ҡанатланып таралышты.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" газетаһы

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb