«Яҙмыштар» китабының исем туйы үтте

«Яҙмыштар» китабының исем туйы үтте
Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала халыҡ табибәһе Мәҙинә Дәүләтбирҙина-Әбүбәкированың «Яҙмыштар» китабының исем туйы үтте. Сараны Милли китапхананың Башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге үткәрҙе.
Авторҙың “Өмөттәр өҙөлмәһен” тип аталған тәүге китабы 2000 йылда донъя күргәйне һәм ул уҡыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. 
Осрашыу кисәһен БР Мәҙәниәт министры урынбаҫары Р.Р. Алтынбаев асты. Рәнис Рәис улы был китап хаҡында тәъҫораттары менән бүлеште.
Күптәргә таныш булған халыҡ табибәһенең китабында уның еңел булмаған тормошо хаҡында бәйән ителә, шулай уҡ ғүмер юлында осраған төрлө яҙмышлы кешеләр тураһында ла һөйләнелә. Кешегә ауыр саҡта, унан йылы һүҙҙе йәлләргә ярамай, хәленә керә белергә кәрәк, тормош һынауҙарын үтәсәгенә ышандырыр кәрәк, ти Мәҙинә Ғатаулла ҡыҙы. 
Баҫмала автор үҙе яҙған шиғырҙар, уның хаҡында ваҡытлы матбуғатта сыҡҡан мәҡәләләр ҙә урын алған, төрлө ауырыуҙарҙы дауалау серҙәре бирелгән.
Әҙәби кисәлә шулай уҡ Розалия Солтангәрәева, Гөлфиә Юнысова, Дилә Булгакова, китаптың баш мөхәррире Гөлназ Фазлиәхмәтова ла ҡатнашты. Улар һәр береһе сараның төп ҡунағы хаҡында бик матур фекерҙәр әйттеләр, уның тураһында белгәндәре менән бүлештеләр. 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb