Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә Флүр Ғәлимовтың «Аҙғын тәүбәһе» тигән яңы китабы донъя күрҙе.Трилогия өс романдан тора. Салауат Юлаев тоҡомо, Афған һуғышы ветераны, талантлы рәссам һәм эшҡыуар Салауат Байғазин бер юлы бөтә яҡындарын юғалта. Китап геройҙың йәшәү мәғәнәһен һәм «Кем ғәйепле?», «Нимә эшләргә?», «Артабан нисек йәшәргә?» тигән мәңгелек һорауҙарға яуап эҙләүенә арналған. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы, яҙыусы Флүр Ғәлимов — хикәйәләр, повестар, романдар һәм республика театрҙарында ҡуйылған бер нисә пьеса авторы. Ул ижадта яңылыҡҡа ынтыла. Тикшеренеүселәр иҫәпләүенсә, «Яңы башҡорт» исемле романы менән ул башҡорт әҙәбиәтенә яңы тема һәм яңы герой алып килде. «Аҙғын тәүбәһе» китабы авторҙың сюжет, тәьҫирлелек саралары өлкәһендә эҙләнеүҙәрен дауам итә. «Китапта магик реализм ысулы ҡулланыла: магия, эзотерика, күрәҙәлек, сихырсылыҡ реаль күренеш булараҡ һүрәтләнгән», — тип хәбәр иттеләр нәшриәттә. Йыйынтыҡтың тиражы — 1,5 мең дана. Уны «Китап» нәшриәтенең фирма магазинында һатып алырға мөмкин.
Сығанаҡ:«Башинформ»