Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Яҙыусы Рәйес Низамовты иҫкә алып...
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Кесе йома, 15 ноябрь 2012
Яҙыусы Рәйес Низамовты иҫкә алып...
Күренекле яҙыусы Рәйес Низамовҡа быйыл 80 йәш тулыр ине. Ижадының бөрөләнгән осоронда ғына әҙип вафат була, ләкин тормошсан әҫәрҙәрен әле булһа ла яратып уҡыйҙар, ә яҡташтары уның исемен хөрмәтләп иҫкә ала.
Рәйес Ғилметдин улы тыуып үҫкән Әлшәй районының Ташлы ауылында ошо көндәрҙә хәтер кисәһе уҙғарылды. Ҡәләм оҫтаһының яҡты рухын иҫкә алыу өсөн уның туғандары, урындағы етәкселек вәкилдәре, республикабыҙҙың күренекле әҙиптәре йыйылғайны.
Хәтер кисәһенә килгән әҙиптәрҙең һәр ҡайһыһы, Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, танылған шағир Ирек Кинйәбулатов, күренекле әҙиптәр — Гөлфиә Юнысова менән Рәмил Йәнбәк, Рәйес Низамов хаҡында йылы һүҙҙәрен әйтте. Яҙыусының ҡыҙы Айһылыу Низамова тулҡынланып сығыш яһаны:
- Атайымдың талантына һоҡланып бөтә алмайым: ҡыҫҡа ғына ғүмерендә ни тиклем күп эшләп өлгөргән! Миндә хеҙмәткә, кешеләргә һөйөү, белемгә ынтылыш тәрбиәләгәне өсөн атайыма сикһеҙ рәхмәтлемен, - тине.
Ташлы мәктәбендә әҙиптең тормошон һәм ижадын төплө өйрәнәләр. Уҡыусылар Урал Аҡҡолов менән Ләйсән Нафиҡова “Исеме — халыҡ хәтерендә” тип аталған тема буйынса сығыш яһаны. Ә инде етенсе класта белем алған Таһир Байбулатов Низамовтар шәжәрәһе менән таныштырҙы. Тимәк, яҙыусы Рәйес Низамов әҫәрҙәре аша күңелдәрҙә йәшәй әле.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Батырлыҡ, матурлыҡ һәм маһирлыҡ: Өфөлә яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшинаның 120 йыллығына арналған күргәҙмә асылды
Дүшәмбе, 10 март 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡорт дәүләт драма театры Чеховтың ижадына яңыса ҡараш ташлай
Йома, 07 март 2025
|
Тулыраҡ >
Ҡурай һағында: Өфөләге семинар ҡурайсыларҙы һәм төрлө тармаҡ вәкилдәрен берләштерҙе
Шаршамбы, 05 март 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө