Ошо көндәрҙә Баймаҡ районының Талҡаҫ күле буйында яҙыусылар өсөн Ижад йорто асылды. Әҙәбиәт йылының иң әһәмиәтле сараһында район хакимиәте башлығы Илшат Ситдыҡов, “Талҡаҫ” шифаханаһы директоры Мортаза Абдуллин, Башҡортостандың Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Наил Ғәйетбаев, Башҡортостандың халыҡ шағиры Марат Кәримов һәм бер төркөм яҙыусылар ҡатнашты.
Ижад йортоноң тәүге ял итеүселәре – Башҡортостандың халыҡ шағиры Марат Кәримов менән билдәле шағир Зөфәр Вәлит. Әйткәндәй, йыл әйләнәһенә эшләйәсәк Ижад йортонда яҙыусылар теләк буйынса килә, хатта ғаиләләре менән ял итергә шарттар бар. Шулай уҡ әҙиптәр “Талҡаҫ” шифаханаһында һаулыҡтарын нығыта аласаҡ.