Яңы йыл каникулдарында Башҡортостан юлдаш телеканалында «Күршеләр» исемле тәүге башҡорт ситуатив комедия күрһәтеләсәк. Беренсе серияһы 1 ғинуарҙа эфирға сыға. Сценарийҙы Дамир Йосопов яҙған, режиссеры — Руслан Юлтаев. Һәр серия — күрше йәшәгән ике ғаиләнең айырым тарихы. Төп ролдәрҙе Физалиә һәм Илһам Рәхимовтар, Зөлфиә һәм Азамат Хәлиловтар башҡара. Комедияла шулай уҡ Рәсил Сынбулатов, Марат Зөбәйеров һәм Гөлйемеш Мөхәмәтшина төшкән.
Яңы сериал Башҡортостан юлдаш телеканалы һәм Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһе актерҙары менән берлектә төшөрөлә. Был берлектәге тәүге эш түгел. Быға тиклем «Күңелле йәшәйбеҙ» юмористик тапшырыуы, «Бәхет ҡошо», «Сируси» телесериалдары булды. Унда тамашасылар яратып өлгөргән актерҙар ҡатнаша, авторҙары ла шул уҡ.
«Был — башҡорт телендәге беренсе ситуатив комедия. Тамашасы һәйбәт ҡабул итер, тип ышанабыҙ, — тип билдәләне Башҡортостан юлдаш телеканалының баш мөхәррире Гүзәл Хәсәнова. — Әйткәндәй, «Сируси» сериалының премьераһынан һуң фильм төшөрөлгән Ишембай районының Маҡар ауылында боронғо яугирҙең рухына бәйле мистик легендалар барлыҡҡа килгән, эттәргә иһә «Сируси» тигән ҡушамат бирә башлағандар».