Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Яңы проект - “Bashkort 2.0”
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 09 декабрь 2016
Яңы проект - “Bashkort 2.0”
Интернет селтәрендә яңы проект үҙ эшен башланы. Исеме - “Bashkort 2.0”. Был проект – заман менән бергә атлаған, яңыса фекерләгән башҡорт йәштәре хаҡында. Уны уйлап табыусы һәм тормошҡа ашырыусы Эльвира Моталова, Башҡортостанда тыуып үҫеп, хәҙер ер шарының төрлө төбәктәрендә – Европа, Америка, Азия, Австралия ҡитғаларында һәм Рәсәй мегаполистарында йәшәгән алдынғы, эшлекле егет-ҡыҙҙарҙы таба һәм улар менән әңгәмә ҡора. Төрлө ерҙә ғүмер кисергән башҡорттарҙың нисек маҡсатҡа ирешеүен, ваҡытты дөрөҫ уҙғарыу хаҡындағы кәңәштәре генә түгел, аҡыллы фәлсәфәһе, бөгөнгө йәшәйешебеҙгә тәрән һәм дәлилле байҡауы диалог форматында яҡтыртыла. Милләттәштәребеҙ, ҡайҙа ғына йәшәһәләр ҙә, оло ҡиммәткә эйә милли мәҙәниәтен килер быуынға аманат итеп тапшырырға тырыша. Проект авторына Гүзәлиә Тулыбаева ярҙам итә, ул – мөхәррир. Әүҙем яҙышыусылар – Фатима Янбаева һәм Фаягөл Юнысова.
Проекттың исеменә килгәндә, латин хәрефтәре менән яҙылған милләт атамаһынан тыш, 2.0 тигәне нимәне аңлата, тип һорар ҡайһы берәүҙәр. Хәҙер йәштәрҙе айфон, айпад кеүек әйберҙәрһеҙ күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Заманса технологияның һәр яңы моделе яңы операция системаһына эйә. Улар 2.0, 3.0 йәки 4.0 версиялы тип билдәләнә. Ҡыҫҡаһы, был программасылар термины прогресты, яңырыуҙы аңлата.
Абруйлы белем алыуҙа бер-береңдән өлгө алыу, киләсәгебеҙҙе планлаштыра белеү тормошобоҙҙа ныҡлы урын алырға тейеш. Шул саҡта ғына аҡыллы, лайыҡлы алмашсы булырҙай, сит илдәр менән файҙалы шарттарҙа хеҙмәттәшлек итеүсе, сәләмәт тормош алып барыусы илһөйәрҙәр тәрбиәләйәсәкбеҙ. Bashkort 2.0 ул – яңы заман талаптарына һәм стандарттарға яуап биреүсе милләттәштәребеҙ хаҡында.
Сығанаҡ: "Йәшлек" гәзите.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө