Ынйылар емелдәшкәндә

Ынйылар емелдәшкәндә
Башҡорт халҡының рухи донъяһын тарих, әҙәбиәт, мәҙәниәт, мәғрифәт, сәнғәт заңы билдәләй. Рухи мираҫтарҙы өйрәнеү, һаҡлау, киләсәк быуынға еткереү өсөн республикала бихисап эш атҡарыла. Ошондай күркәм сараларҙың мәктәп уҡыусылары өсөн тәғәйенләнеп, йолаға әйләнеүе икеләтә ҡыуаныслы. “Башҡортостан ынйылары” фестиваль-конкурсы — был йәһәттән матур өлгө. Быйыл да ул алтынсы йыл рәттән балалар фольклор театр коллективтарының иң-иңдәрен Әлшәй еренә йыйҙы. Иҫтәлекле датаға — 1812 йылғы Ватан һуғышына арналған сарала ғилми-эҙләнеү эше менән шөғөлләнеүсе район һәм ҡала коллективтары сығыш яһаны. 
Халыҡтың иң оло хазиналары – һүҙ һәм йыр сәнғәтенең бәҫен белгән, ҡәҙерләгән, рухи хазиналарҙы, йола-шөғөлдәрҙе үҙ өлгөһөндә халыҡҡа еткергән ағинәйебеҙ Мәрйәм Бураҡаеваның проекты, уҡыусыларҙы ерле материал нигеҙендә эҙләнеү эштәренә йәлеп итеп, халыҡ педагогикаһының иң аҫыл тәрбиә алымдарын күрһәтеп, һәләтле балаларҙан сценаристар, режиссерҙар әҙерләүҙе күҙ уңында тота. Башҡортостан Мәғариф министрлығының балаларҙың ялын ойоштороу һәм һаулығын нығытыу, тәрбиә һәм өҫтәмә белем биреү бүлеге етәксеһе, жюри рәйесе М. Ғилметдинова әйтеүенсә, был фестиваль уҡытыусының һәм уҡыусының ижадын асыуға ла булышлыҡ итә, бер нисә маҡсатҡа өлгәшеүҙе шарт итеп ҡуя – тарихыңды өйрәнеү, башҡорт мәҙәниәтен үҫтереү, Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләү, балалар театры сәнғәтен үҫтереү. 
...Сәхнәлә барған сығыштар берсә утлы яу яланы эсенә алып инә, берсә башҡорт көнкүрешендә һуғыш йоғонтоһон күрһәтә, “Төньяҡ амурҙары”, әйтәйек, Париж урамдарын бер итеп йөрөһә, әле тыуған яҡҡа ҡайтыуҙарын һүрәтләй. Ялан аяҡ ауыл малайынан Кутузовҡаса персонаждарҙы үҙ эсенә алған сценарийҙарҙың драматизм менән һуғарылған сюжеты ла, нескә юморлы фрагменттары ла булды. Киндер күлдәктән алып бирсәткәле француз һуғышсылары кейеменә саҡлы костюмдар, суҡмар менән уҡ-ян, ҡурай-ҡумыҙ янында дөңгөр, һорнай, һалам башлы өйҙәр, ыҫланған ит-ҡорот һәм талҡан — тарих карабында бына шундай сәйәхәт ҡылды тамашасы. Шуныһы ҡыуаныслы: сәхнәлә сығыштар тик башҡорт телендә барҙы. 
Өс көнлөк фестивалгә етди һәм эҙмә-эҙлекле әҙерлек күҙгә ташлана. 
Тағы... Өс көн дауамында өс төшөнсә оҙата барҙы: ғәҙеллек, ихласлыҡ, теләктәшлек. Шулай итеп, III дәрәжә дипломға “Мираҫ” (Нуриман), “Дуҫлыҡ” (Дәүләкән), “Вариҫ” (Бөрйән), “Илгизәр” (Нефтекама); II дәрәжә дипломға “Мираҫ” (Өфө), “Ынйы” (Федоровка), “Аманат” (Благовар); I дәрәжә дипломға “Рух” (Ғафури); III дәрәжә лауреат исеменә “Ынйылар” (Ж. Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназия), “Бөрөләр” (Саҡмағош), “Йәйғор” (Асҡын); II дәрәжә лауреат исеменә “Аҡйондоҙ” (Ҡыйғы); I дәрәжә дипломға “Аманат” (Әлшәй) лайыҡ булһа, гран-при Ейәнсураның “Аҫылташ” төркөмөнә эләкте. Иң шәп ир-егет, ҡатын-ҡыҙ ролдәрен башҡарыусылар араһында ла еңеүселәр билдәләнеп, махсус номинациялар үҙ хужаларын тапты. Музыкаль номерҙар ҙа айырым баһаланды. 
Тарих фәндәре кандидаты А. Аҡъюлов, жюри ағзаһы булараҡ, уҡыусыларҙың ғилми-эҙләнеү эшендә еңеүселәрҙе билдәләне, бигерәк тә архив материалдарын ҡулланып, юғары уҡыу йорттары студенттары кимәлендә башҡарылған эштәрҙе киләсәктә китап итеп сығарыуҙың әһәмиәтен билдәләне. Оҫталыҡ кластарында “Башҡортостан” студияһы режиссеры, жюри ағзаһы Т. Бураҡаева сәхнә костюмдарын ҡулланыуҙағы хаталарҙы, ыңғай яҡтарҙы әйтте. Француз ҡыҙы ролен башҡарыусылар араһында костюм йәһәтенән айырылып торған благоварҙарҙы билдәләне. Әйткәндәй, М. Ғилметдинова, М. Бураҡаева ошондай сараларҙы үткәргәндә, күп урындарҙа Положениены ентекләп өйрәнмәү сәбәпле етешһеҙлектәрҙең, шартлылыҡ, лозунгтар һәм символика менән мауығыуҙың көслө булыуын, күп осраҡта балаларҙың ваҡиға эсендә ҡайнап түгел, жюри өсөн генә уйнауын телгә алды, әҙерләүсе етәкселәрҙең төп хатаһы — “балаларҙан өлкәндәрсә уйнауҙы талап итеүе” — асыҡланды. 
Республикала ғына түгел, донъя кимәлендә үҙен танытҡан М. Зәйнетдиновтың оҫталыҡ дәресе сарала ҡатнашыусы ҡурайсы-ҡумыҙсыларҙың гала-концертында сағылды. 
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb